Нурзилә Искәндәрова, «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» проектында теркәлеүсе, Яҡуп ауылы:
- Шундай проект барлыҡҡа килеүен ҡыуанып ҡабул иттем, сөнки Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратам. Сит илдәрҙе бик үҙһенмәйем. Тәбиғәте матур булған Шүлгәнташҡа, Мораҙымға, Асылыкүлгә; Өфө ҡалаһына мәҙәни сараға – театрға барғаным булды. Республикабыҙҙан йыраҡ булмаған Арҡайымға, Ҡазан ҡалаларына төркөм менән экскурсияларға барҙыҡ. Үҙебеҙҙең районда ла ҡыҙыҡлы урындар күп: уҡыусыларым менән Кинйәабыҙ ауылына һәм уның эргәһендәге мәмерйәләргә, Шайтан йылғаһы башланған урынға, Сандин эргәһендәге «Аҡ балсыҡлы» күленә барғаныбыҙ булды.