Нәсимә ШӘМСҮТДИНОВА, Яңы Мораптал ауылы:
- Красноусолға сәйәхәт ҡылыу бик оҡшаны. Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес матурлығына тағы ла инандыҡ. Сит илдәргә сәйәхәт ҡылғансы үҙебеҙҙең республикабыҙҙағы мөғжизәләрҙе күреү мең артыҡ. Быға тиклем күрмәгән төрлө ҡош-ҡорттар күреп хайран ҡалдыҡ. Ҡыҙыҡлы булды, һыуыҡ булһа һикерегеҙ тип, беҙҙе төрлө күнекмәләр ҙә яһаттылар. Барыбыҙ ҙа бер йәштәгеләр булғас уртаҡ һүҙҙәр, уртаҡ уйҙар күп ине. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, хатта юл оҙонлоғо ла һиҙелмәй ҡалды. Иң мөһиме хакимиәт яғынан иғтибар булыуы йыуандырҙы. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре барғанда оҙатып, ҡайтҡанда ҡаршы алып тороуҙары күңелгә ятты.