- Ҡырым менəн аңлашыла, ə Көйөргəҙе районын алып ҡараһаҡ, мəҫəлəн Яҡут күлебеҙ бар, тағы нимəне бренд итергə була тип уйлайһығыҙ?
- Кинйə музейын. Миҫал, яңы ғына Стəрлетамаҡта бюджетный тур ойошторҙолар. Ҡалалары буйлап сəйəхəт: музейҙарына керəлəр, етештереү цехтарына, завод, фабрикаларына, иҫке ҡала менəн танышалар. Шунда йəшəгəн халыҡ та үҙ ҡалаһы тураһында белмəгəн килеп сыға. Улар аптырап, ҡыуанып, һоҡланып бик телəп йөрөйҙəр. Сөнки ҡаланы икенсе яҡтан күрһəтəлəр, күпме мəғлүмəт бирəлəр унда. Хəҙер ҙур һорау менəн ҡулланыла был тур.
- Беҙҙең Кинйə музейына бəлки пиар етмəйҙер?
- Пиар етмəй. Минеңсə бында дəүлəт тə түгелергə түгел, ə баҙар иҡтисады булырға тейеш. Бында хатта инвесторҙар ҙа, ҙур аҡса ла кəрəкмəй, маршрут төҙөп, белгестəр менəн һөйлəшеп, ашау ойоштороп Көйөргəҙе районы буйынса бер көнлөк маршрут ойошторорға ла була.
- Ул саҡта хатта Кинйəабыҙҙағы əбейҙəргə лə эш булыр ине түгелме?
- Эйе, мəҫəлəн беҙҙең Воскресенскийға ойошторған турҙа алдан һөйлəшеп ҡуйылған буйынса урындағылар ашарға бешерə лə аҡса эшлəйҙəр. Етмəһə, магазиндан алып нимəлер ашау түгел, ə өйҙəге натураль аҙыҡ.
- Бында инфраструктура ла мөһим тинек бит, юлдар ҙа яҡшы булырға тейеш. Беҙҙең был иң ауыртҡан ер, районда юлдар мəсьəлəһе юҡ түгел.
- Мəҫəлəн, Кəлимосҡан ҡаяларына, Ҡуҡрауыҡ шарлауығына барғанда ла юлдар яҡшынан түгел бит, ə алма төшөр ҙə урын юҡ. Сөнки бында пиар бар, туристар күп. Улар ҡарамай юлың бармы, юҡмы икəнлегенə.