Кисәге район Советы ултырышында бик күп һорауҙар күтәрелде, барыһын да тиҙ генә теҙеп яҙырлыҡ түгел - гәзиттә тулыраҡ бирергә тырышырбыҙ. Бер мәсьәлә лә күтәрелде: тиҙҙән Кинйә Арыҫлановтың ҙур юбилейы. Уны әҙәмсә, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә кәрәк. Ә Кинйәабыҙға юл йүнле түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы дер һелкетеп йөрөтәбеҙме ошо юлдарҙан? Был һорау менән өҫкә мөрәжәғәт иттем, тине райондың ваҡытлыса башлығы Юлай Ильясов, ныҡлы ғына вәғәҙә итмәнеләр, шулай ҙа өмөт бар.
Райондың Рамаҙан мәсете янындағы лагерға йөрөгән балалар өсөн үтә алмаҫлыҡ юлдар юҡ (К. Арыҫланов тоҡомонан да улар), улар Кинйә мәмерйәһендә булғандар. Һыу ингәндәр, тыуған яҡ, милли батырыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алғандар, ялдары бик матур үткән. Азат хәҙрәт үҙе хәҙрәт, үҙе уҡытыусы, үҙе гид. Экскурсиялары эстәлекле, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ булған.