Туризм
29 Август 2021, 06:05

Иҫ китте

Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауылы:- Районыбыҙҙа сәйәхәт ҡылыу башланғыс ҡына булһа ла, бик матур үтте. Покровка ауылы янында халыҡ өсөн эшләнгән быуаны күреп иҫ китте. 

Иҫ киттеИҫ китте
Иҫ китте

Унда балыҡтар үрсетһәләр ҙә, халыҡҡа ял итер өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Яҡуттар һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә итеп мәҙәни сара әҙерләп көтөп торғандар, төрлө үлән сәйҙәре менән дә һыйланылар. Ойоштороусыһы Рәмзиә Әбйәлиловаға рәхмәт. Яҡут батҡағында ла Рәмил Рәжәп улы матур ял ойошторҙо беҙгә. Кинйә Арыҫланов музейына ла барыу планда бар ине, тик ваҡыт буйынса өлгөрмәнек. Киләсәктә, бәлки, турҙар бер нисә маршрут буйынса ойошторолор тигән теләктә ҡалам.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас