Туризм
28 Сентября 2021, 04:48

Көткән инем...

Лариса КОЧЕНОВА, Күмертау тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры:- Был проекта еңеү яулауыбыҙ әлбиттә шатлыҡлы, дөрөҫөн генә әйткәндә, еңербеҙ тип эстән генә уйлап, көтөп йөрөнөм. Был проекттың идеяһы минең башымда тик торғандан килеп сыҡманы, беҙҙең музейға алдағы эштәрендә лә радио-гидтар кәрәк ине, шул радио-гидтар алыу менән янып йөрөгәндә, минең башыма ошондай тур ойоштороу идеяһы килеп һуҡты ла инде.

Көткән инем...Көткән инем...
Көткән инем...

Экскурсиялар төрлө була, йәйәүле лә, автобустар ҙа ла. Аллаға шөкөр, проектта еңеү яуланыҡ, хәҙер ошо проекты иҫән-һау тормошҡа ашырырға тигән ниәт менән янып йәшәйбеҙ. 2022 йылдың март айынан майға тиклем, өс төрлө автобуслы маршрут төҙөйәсәкбеҙ һәм радио-гидтар һатып аласаҡбыҙ, һәр бер экскурсияла йөрөгән кешенең ҡолағына наушниктар ҡуйыла, гид ҡалабыҙҙың тарихын һөйләп барасаҡ, сөнки автобус 45 кешегә тәғәйенләнгән икән, артта ултырғандар гидтың һөйләүен ишетмәйәсәк. Июнь-июль айҙарында лагерҙағы балалар өсөн экскурсиялар ойоштора башларбыҙ тип уйлайым, шунан пенсионерҙарҙы ла төрлө тарихи урындар менән таныштырасаҡбыҙ. Әлегә ҡалабыҙҙың тарихи урындарын эҙләп, танышабыҙ. Ира ауылының сиркәүе, ҡалабыҙҙың вертолет контакт-паркы маршрутҡа мотлаҡ индереләсәк. Ҡалабыҙҙың 70 йәшлек юбилейына әҙерлек өсөн дә бик шәп проект буласаҡ тип уйлайбыҙ, проект бөткәс музейыбыҙға ошо радио-гидтар ҡаласаҡ, улар беҙҙең өсөн бик кәрәкле.

Күмертау тыуған яҡты өйрәнеү музейы отҡан грант тураһында мәҡәлә бөгөн гәзиттә сыҡты.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас