Все новости
Туризм
16 Октября 2021, 12:51

Сит ергә генә түгел..

“Рим-Шәфҡәт” туристик компанияһы үҙ эшен дауам итә. Ошо көндәрҙә, улар, районыбыҙ буйынса ла иҫ китмәле сәйәхәт ҡылдылар.

Сит ергә генә түгел..
Сит ергә генә түгел..

Урал Нуриев, “Рим-Шавкат” туристик компанияһы етәксеһе:
- Районыбыҙ буйынса беренсе һәм эксперт турыбыҙ булды. Ҡыҙыҡлы сәйәхәтебеҙҙә Яңы Таймаҫ гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы Денислам Араптанов, уҡытыусыһы Раил Араптанов һәм Ҡансыра клубы мөдире Илнур Дауытов ҡатнашты.
Бер көн эсендә генә районыбыҙҙың барлыҡ күренекле һәм матур урындарында ла булып булмай. Шулай ҙа бер өлөшөн урап үтергә өлгөрҙөк. Маршрутыбыҙ буйынса Аҡташ ҡая ташына һәм ундағы мәмерйәне барып күрҙек. Шулай уҡ Васильевка ауылы янындағы постаментты, Кинйәабыҙ, Урта Мотал яҡтары яғында булыуға ла ирештек. Холодный Ключ ауылы янындағы Ҡыҙыл тауға мендек, унда күренгән бар тирә-яҡ матурлығына иҫ китерлек. Хозур тәбиғәтебеҙгә һоҡланып, шишмәләребеҙҙән һыуҙар эсеп рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.
Киләсәктә лә сит ерҙәргә генә түгел, ә районыбыҙҙың матур, күренекле урындарына ла һис шикһеҙ сәйәхәттәр ҡылырға тип дәртләнеп пландар ҡорҙоҡ.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: