Все новости
Туризм
16 Июня 2022, 10:21

«Күмертауҙың алтын ҡулсаһы»

Быйыл Күмертау халҡының һәм ҡала ҡунаҡтарының «Күмертауҙың алтын ҡулсаһы» маршруты буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. 

«Күмертауҙың алтын ҡулсаһы»
«Күмертауҙың алтын ҡулсаһы»

Ҡала тарихын өйрәнеү музейы автобус экскурсиялары әҙерләү һәм үткәреүгә грант отто. Был проект Президент фонды тарафынан бирелгән мәҙәни башланғыстарға Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын файҙаланып тормошҡа ашырылған.
Сентябрҙә Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ойошторолған беренсе президент гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста коммерция булмаған һәм коммерция ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, муниципаль учреждениелар һәм предприятиелар ҡатнашты. Бөтәһе 12460 ғариза бирелгән, шуларҙан 1476-һы грант ярҙамын аласаҡ. Башҡортостандан 41 проект еңеүселәр иҫәбенә инде. Күмертау тарихи өйрәнеү музейы ҡалабыҙ исеменән «Күмертауҙың алтын ҡулсаһы» на проектын тәҡдим итте. Музейға тапшырыласаҡ гранттың суммаһы - 439 340 һум. Проекттың төп маҡсаты булып, Күмертау ҡалаһы буйлап автобус экскурсия маршруттары ярҙамында бәләкәй ватан тарихы менән танышыу.
«Күмертауҙың алтын ҡулсаһы» 3 автобус маршруты «Ер аҫтынан зәңгәр киңлектәргә», «Разрездан разрезға тиклем», «Үткәндә экскурс»? һәм «Ваҡыт таҫмаһы» йәйәүле экскурсияһынан тора. Маршрут турҙары өҫтөндә музей, китапхана, архив хеҙмәткәрҙәренән торған ижади төркөм эшләне.

Зифа ТАТЛЫБАЕВА, Күмертау ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы методисы. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: