Все новости
Туризм
23 Июня 2022, 07:41

Йәшлек менән хушлашмайҙар

К. Арыҫланов исемендәге ансамблдең "Мин тормошто яратам" фестивалендәге еңеүе - сираттағы ҡаҙанышы булды.

Йәшлек менән хушлашмайҙар
Йәшлек менән хушлашмайҙар

Ниңә улар, ҡайҙа барһалар ҙа, еңә лә ҡайталар? Сере ябай бының. Ансамблдә, ысынлап та, тормошто яратҡан кешеләр йырлай, икенсенән, улар емертеп эшләй ҙә, рәхәтләнеп ял итә лә беләләр. Яңыраҡ ҡына ансамбль ағзалары Ишембайға барып ҡайтҡан.  Экскурсияның исеме - "Кире - СССР-ға" тип атала. Йәшлектәренә ҡайтып килгәндәрме? Юҡ. Уларҙың йәшлектәрен ташлап бер ҡайҙа ла киткәне юҡ, һаман йәш көйө йәшәй бирәләр. Артабан да шулай булһын: йәшлектә ҡалһындар, еңеүҙәр яулаһындар. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: