Все новости
Туризм
28 Июня 2022, 10:44

Эстәлекле сәйәхәт

Мәктәбебеҙ лагерында яҡынса йөҙгә яҡын бала, 4 отрядҡа бүленеп ял итә. Бында Яңы Мораптал, Яҡут, Иҫке Мораптал, Ҡалта, Ҡыҙыл Маяҡ ауылдарынан балалар тупланған.

Эстәлекле сәйәхәт
Эстәлекле сәйәхәт

Ермолаево ауылында урынлашҡан Тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡылған сәйәхәт, балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанам. Унда беҙҙе ихласлап ҡаршы алдылар. Анна Глущенко балаларҙы музейҙың экспонаттары менән шул тиклем мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы, балалар уны йотлоғоп тыңланы. Музейға ремонт яһалғас, ул тағы ла йәмләнеп, иркен, яҡты булып ҡалған, экспонаттар ҙа күпкә артҡан. Музей хеҙмәткәрҙәренә ошо матур ҙа, эстәлекле лә сәйәхәт өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәмилә ҠУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: