- Гүзəл тəбиғəт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙəр күреү, саф һауа һулау минең күңелемдə ыңғай һəм шатлыҡлы хистəр уятты. Тейəлештек тə Кинйə музейына юлландыҡ һəр бер экспонатты күрһəтеп улар тураһында һөйлəнелəр, сəй эсерҙелəр уның өсөн рəхмəт. Артабан барыбыҙға билдəле Туғай Кинйəһенə юл тоттоҡ. Ауыл тарихын түкмəй-сəсмəй Свобода ауыл билəмəһе башлығы Фəнис Рахманғолов һөйлəне. Уҡтан да атырға ул өйрəтте. Күрше ауылда йəшəһəм дə Туғай Кинйəһен күптəн күргəн юҡ ине. Ауыл бөтһə лə тəбиғəте уның күҙҙен яуын алырлыҡ. Аунап- тəгəрəп уйнайым тиһəң болоно, күккə ҡараһаң – төрлө-төрлө һүрəттəргə кергəн болоттары, саф һыулы шишмəһе һаман күҙ алдымдан китмəй. Шулай итеп артабан Яҡшымбəт ауылына килеп туҡтаныҡ. Ҡул оҫтаһы Юлай Хəлитовты үҙен, уның эштəрен күреү бəхете тейҙе. Оҫта кешелəр бар икəн.
Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.