Все новости
Туризм
9 Февраля 2023, 14:42

Ниңә беҙ фил түгел?

Таиландта ял итеп ятҡан яҡташтар сәләм ебәрҙе.

Ниңә беҙ фил түгел?
Ниңә беҙ фил түгел?

Беҙ бында һыуыҡҡа ҡатып йөрөһәк, улар рәхәтләнә - йылы, янда ғына диңгеҙ, банан, хөрмәләр...
Таиланд ныҡ алға киткән ил, бында аслыҡ тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ, тип һөйләй ҡояшта ҡыҙынып йөрөгән яҡташтар, ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән, машиналар төҙөү, электроника, аҙаҡ ҡына туризм килә. 
Былары ярар, улар, ҡыҙыҡ күреп, фил тураһында яҙ әле тинеләр.
Фил - фил инде уның нимәһен яҙаһың тип аптырған беҙгә ошоларҙы теҙҙеләр.
Таиландта фил эшсе көс һанала, көнөнә был хайуан 8 сәғәт эшләй (хәс беҙҙең һымаҡ), уға эш хаҡы түләнә. 60 йәштә пенсияға сығалар (был яҡтан беҙгә ҡарағанда хәлдәре һәйбәтерәк), унан ары ай һайын филдәргә пенсия түләнә икән, айына, беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, 37 мең һум.

Юҡҡа бәйән иттеләр быны. Ғәжәп итеп тыңлап ултырҙыҡ та, башҡа бер генә һорау килде: ниңә беҙ фил түгел икән?
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: