Шул тиклем эстәлекле, ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡылып ҡайттыҡ. Иң тәүҙә маршруттың дөрөҫ ойошторолоуын билдәләп үтер инем. Баш ҡалабыҙҙың төп иҫтәлекле урындарын күреп ҡыуандыҡ: Дуҫлыҡ монументында, Салауат Юлаев һәйкәлендә, арт-объекттарҙа, мәсет һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булдыҡ. Халыҡ музыйына ла индек, унда беҙгә ҡурай, думбра, ҡубыҙ уйнау буйынса мастер класстар күрһәттеләр. Экскурсиялар араһында төшкө аш һәм киске аш ваҡыты ла ҡаралған. Сәйәхәтебеҙҙе ойоштороусы экскурсоводтар, маршрутты төҙөгәндә беҙҙең теләктәребеҙҙе, финанс мөмкинлектәребеҙҙе, барыһын да иҫәпкә алыуы ла маҡтауға лайыҡ. Ҡыҫҡаһы, өйҙәребеҙгә тик ыңғай тәҫьораттар менән тулып ҡайттыҡ, был көндә беҙҙе оҙатып йөрөүселәрҙән генә түгел, хатта һауа торошонан да уңдыҡ, көн шул тиклем йылы, ҡояшлы булды. Ялыбыҙ лайыҡлы, ҡояшлы һәм бик шәп килеп сыҡты.
Был сәйәхәт хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылды.