Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фиҙаҡәрлеге менән донъя күргән 7 томлыҡ «Башҡорт халыҡ тарихы» ғилми хеҙмәтенә ҡушымта рәүешендә сығарылған «Башҡорт халыҡ тарихы документтарҙа һәм материалдарҙа» күп томлығында хәҙерге Көйөргәҙе районы тарихына бәйле байтаҡ ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле факттар табырға була.
Шул йыйынтыҡтың 1-се томынан Яҡуп ауылына исеме ҡушылған шәхестең улдары кем икәнлеген белә алабыҙ. Был документты заманында Бошман-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы Кинйә Арыҫланов ғәрәп графикаһы менән иҫке төрки телендә яҙған булған. Унда хәҙерге Ырымбур өлкәһенә инеүсе Сәғит биҫтәһенән (Татар Ҡарғалыһынан) йөҙ башы Әхмәр Ғәбделғәзиз улының аты юғалыуы һәм уға кемдәрҙең бәйле булыуы-булмауы хаҡында һүҙ алып барыла. Был документты түбәндә хәҙерге башҡорт әҙәби телендә бирәбеҙ:
«Господин генерал-майор һәм Ырымбурҙың обер-коменданты Николай Яковлевич Лануф хәҙрәттәренә Өфө өйәҙе Нуғай юлының Бошман-Ҡыпсаҡ иләүенән старшина Кинйә Арыҫлан улынан бәндәселек менән рапорт.
Ошо мең дә ете йөҙ ҙә алтмыш һигеҙенсе йылдың егерме һигеҙенсе октябрендә беҙгә ебәрелгән приказ Сәғит биҫтәһендәге сотник Әхмәр Ғәбделғәзиз улының данашиниәһе ҡеүәтенсә бойоролған минең командам башҡорттарының илле һигеҙенсе йылда урланған Әхмәрҙең көрән аты сәбәбле һорарға.
Ҡайу приказ ҡеүәтенсә үҙ командамдың шул уҡ Бошман-Ҡыпсаҡ иләүенең Бесәнсе ауылынан Ҡалҡаман Күсем улының кеүаһлыҡы буйынса, ни кем шул илле һигеҙенсе йылда, йәй көнөндә, бесән өҫтөндә бесән сапҡан ваҡытта күргән бесән сүмәләһе аҫтына ҡуйған йәш йылҡы итен Яҡуп ауылының башҡорттары Әхмәр Яҡуп улының, Сиреү Яҡуп улының, Аҡынсыҡ Яҡуп улының, Солтанморат Бикбау улының, бесән сүмәләһе аҫтынан сығарып алып, ул урындан икенсе бесәнлеккә күсеп барып, бер саҡырым ерҙә төшкән урындарында ит ашарға саҡырып ашанылар дәйү, һәм ашағандан ҡалған иттәрҙе үҙҙәренең ҡыуышлығында ҡалдырғандар, күп йылҡы ите, - шул мәҙкүр Ҡалҡамандың кеүаһлыҡы буйынса Әхмәр, Сиреү, Аҡынсыҡ Яҡуп улдарын, Солтанморат Бикбау улын саҡырып: «Бесәнлектә ниндәй ит ашанығыҙ?» - тип һораныҡ. Улар: «Бер үлгән буҙ йылҡының итен киптереп алып, ҡалған ҡоро һөйәктәрен алып барған инек, ашарға Ҡалҡаманды бесәнлеккә саҡырҙыҡ, шул итте ашаны», - тип яуап бирҙеләр.
Шул хәлдә Ҡалҡаман: «Мин һеҙ саҡырғанға барғанда йәш ит ашаным, яңы һуйғанды, кипкән ит ашаманым», - тип яуапланы. «Шулыҡ хәлдә көманкә төштөм дә, урланған булмағайы, дәйү. Үҙебеҙҙең команданан Иҫәнаман Сәйтәк улына мәғлүм ҡылдым», - тине. Шул заманда был Яҡуп улдары, Солтанморат Бикбау улы һис бер урынлы яуап бирә алманы. Бәлки, көман ҡылдыҡ, был ат туғурусында былар гөнаһлыларҙыр, тип. Уның өсөн был Әхмәрҙең аты юғалған туғрусындә был эштәр булунған. Шуның өсөн ғали хәҙрәттәрегеҙҙең көлле ихтыярына ҡуйып, ошбу менән мәғлүм ҡылабыҙ. Баҡый фарман хәҙрәтләреңезнеңдүр.
Старшина Кинйә Арыҫлан улы ҡулым ҡуйҙым.
Сәнә 1768 ноябрҙең 12 көнөндә».
Шулай итеп, был тарихи документтан Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылына исеме ҡушылған шәхестең балалары кемдәр икәнен белеп, уларҙың артабанғы нәҫел тарихын өйрәнергә мөмкинлек тыуа. Был - беренсенән. Икенсенән, Яҡуп ауылы хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәт 1770 йылда билдәле булһа, әлеге документтан сығып, уға XVIII быуат баштарында нигеҙ һалынғанлығын төшөнөргә мөмкин.