Все новости
ТЫУҒАН ЯҠ ТАРИХЫНАН
30 Апреля 2021, 07:49

"Башҡортомдоң данлы улдары"

3-сө БРГИ уҡыусылары өсөн Күмертау ҡалаһының үҙəк балалар китапханаһында бик матур, əһəмиəтле, башҡорт тарихы йылы сиктəренə бəйле "Башҡортомдоң данлы улдары", тигəн сара үткəрелгəн.

Гөлназ Иркəбаева үҙəк балалар китапханаһының хеҙмəткəре:
- Төрлө тарихи шəхестəр, дəүлəт һəм йəмәғəт эшмəкəрҙəре, хəрбиҙəр, мəҙəниəт, əҙəбиəт өлкəһендə ҙур ҡаҙаныштарға ирешкəн миллəтəштəребеҙ байҡалды. Аҡмулла, Зəйнулла Рəсүлев, Шəриф Манатов һымаҡ ауыр һəм ҡаршылыҡлы ғүмер юлы үткəн ир уҙамандары, атылған йондоҙ булып балҡыған Ғəзиз Əлмөхəмəтов, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Шəкирйəн Мөхəмəтйəновтар тураһында бай мəғлүмəттəр бирелде.
Лилиə ХИСМƏТУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы килеш гәзиттә бөгөн сыҡты.
Читайте нас: