Йома көнө Күмертау музейында, мəктəп яны лагерына йөрөгəн уҡыусы балаларҙы йыйып, методист Зифа Татлыбаева матур йолаларыбыҙҙың береһе "шəжəрə" хаҡында һөйлəп үтте. Иң иртə төҙөлгəн шəжəрə XV быуат осоронда теркəлгəн. Ошо хаҡта тарихи мəғлүмəттəр ҙə бик күп, - тине Зифа Фəрит ҡыҙы. Музейға, районыбыҙҙың Кинйəабыҙ ауылынан Советтар Союзы Геройы Сəлмəн Биктимеровтың улы Харрас ағай Биктимеров һəм уның хəлəл ефете Мөслимə апай Биктимерова ла килделəр. Харрас Сəлмəн улы үҙенең Биктимеровтар шəжəрəһен, балалар өсөн əҙерлəп алып килгəйне.