Все новости
ТЫУҒАН ЯҠ ТАРИХЫНАН
7 Февраля 2022, 16:15

Йоҙаҡ элмәгеҙ

Тарихи мәл: Аҡһары һыуһаҡлағысын асҡан ваҡыт. 

Йоҙаҡ элмәгеҙ
Йоҙаҡ элмәгеҙ

Аҫта бирелгән, гәзиттә баҫылған хат авторы Рәйес Ишмөхәмәтов тап ошо ерҙәр тураһында яҙа, дөрөҫ, ул ваҡытта был Һыуһаҡлағыс булмаған. 

Был һыу ятҡылығын төҙөгәндә әллә нисә рәт йә Бабай үҙе, йә премьер, йә министрҙар килде, машина менән дә, вертолетта осоп та. Тауыш та булып алды - беҙҙең бесәнлектәрҙе юҡ итәһегеҙ. Ай-вайына ҡумай, барыбер төҙөп ҡуйҙылар. Әле лә бар ул. Балыҡ тоталар, машинала ла батып алалар. Артабан ни булыр (Тимур Иҙрисов, ул ғынамы, бөтөн хакимиәт, кемпинг тип хыяллана), Хоҙай белә. Мортаза бабай заманында күп нәмә төҙөлдө (Бабайға открывашка тип исем ҡуштылар, тәүҙә мыҫҡыл һымаҡ яңғыраған һүҙ торараҡ маҡтау һүҙенә әйләнде - закрывашкалар донъяны баҫты), ана, дауаханалар ултыра, мәктәптәр, газ торбалары ята, хакимиәттәр үҙҙәре шул ваҡытта һалынған биналарҙа ултыра, полиция, мәҙәниәт һарайҙары). Күптәренә йоҙаҡ эленә лә башланы. Шуныһы ғына: тарихыбыҙға йоҙаҡ элмәһендәр ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: