Все новости
ТЫУҒАН ЯҠ ТАРИХЫНАН
16 Августа 2022, 16:06

Сәлтәшевтар - Кинйәабыҙҙа

Сәлтәшев Фәттәхетдин Низаметдин улының ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре Кинйә Арыҫланов музейында ҡунаҡта булып китте.

Сәлтәшевтар - Кинйәабыҙҙа
Сәлтәшевтар - Кинйәабыҙҙа

Халҡыбыҙҙың данлы үткәненә битараф булмаған, йәш быуынға рухи мираҫ итеп ата-бабаларыбыҙҙың бай тарихын ҡалдырыу өсөн янып йөрөгән яҡташтарыбыҙ күп. 1913 йылда Ырымбурҙа Наполеонды еңеүҙең 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән Губернатор байрамында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, Яҡшымбәт ауылынан Сәлтәшев Фәттәхетдин Низаметдин улының ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре 13 августа Кинйә Арыҫланов музейында ҡунаҡта булып китте. Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Швиль Әхмәтзәки улы Сәлтәшев Урта Азиянан ҡайтҡан туғаны Марат Әкбәров ғаиләһен, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала-ауылдарында йәшәүсе Гөлфирә, Әлмирә, Рәмилә, Марс, Винера, Рафаэль, Хәйҙәр, Тәслиә туғандарын алып килде. Швиль ағай 2006 йылда музейыбыҙға олатаһының шул байрамда төшкән фотоһының күсермәһен бүләк иткән булған. Һуңыраҡ рәссам Флүр Исмәғилов ошо фото буйынса "Губернатор байрамы" картинаһын яҙған. Картина әлеге көндә күргәҙмә залында төп урынды алып тора. Ҡунаҡтар музейыбыҙҙың экспозицияларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар, данлы олаталары һүрәтләнгән картина уларға айырыуса оҡшаны.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: