Все новости
ТЫУҒАН ЯҠ ТАРИХЫНАН
21 Сентября 2022, 08:31

Ят донъя

Бер фотоһүрәт тыуҙырған уйҙар. 

Ят донъя
Ят донъя

Был ауылды, башҡортсалаштырып, "Балангур" ти ҙә ҡуя инек.
Ҡайҙа киттең - Балангурға, ҡайҙан ҡайтып киләһең - Балангурҙағы знакумдарҙан.
Был ауылдың ысын исеме Новая Барангуловка икән, уныһы һуңынан, аҙыраҡ донъяны таный башлағас ҡына, билдәле булды.
Көйөргәҙе районындағы Яманһары ауылы ике яҡтан ике урыҫ ауылы менән сиктәш йәшәне, береһе Туҡмаҡ, икенсеһе бына ошо Ырымбур өлкәһендәге ауыл - Балангур. Туҡмаҡта староверҙар йәшәгән, беҙҙең халыҡты бик өнәмәгән тиҙәр, йорттарының ишек төбөндә махсус сүмес торған (мусульманка, буғай, исеме). Башҡорт-татар китеп барышлай, һыуһап, һыу һоранымы, ошо сүмескә һалып бирер булғандар - үҙҙәре был сүместән, билдәле, эсмәгән. Бик бай йәшәгән тиҙәр Туҡмаҡ халҡын, ни сәбәптәндер, ауылдарынан ташлап киткәндә, барыһын да ҡалдырып киткәндәр - ауыл хужалығы инструменттары, башҡа ҡиммәтле нәмәләр. Яманһарылар, уның ҡарауы, рәхәтләнгән икән, барып ташып алып бөткәндәр. Әле был ауыл урынында зыярат тора, ҡайһы бер йорт нигеҙҙәре күренеп ята, нигеҙҙе уратып, төрлө емеш ағастары үҫә.

Ағас тигәндән. Туҡмаҡта ирга тигән емеш үҫә ине, Яманһарыла юҡ бындай тәғәм, шуны ашар өсөн әллә нисә километр араны, арып-талып, йәйәүләп, үтеп бара торғайныҡ (тамаҡ тамуҡҡа илтер). Күрше генә ташландыҡ ауыл булһа ла, әллә ниндәй, икенсе донъя һымаҡ күренә ине, ана бит, беҙҙә булмаған ирга уларҙа бар.
Балангур ҙа ят донъя. Был ауылда һалам башлы йорттар була торғайны. Туҡһанынсы йылдарҙа ла хатта бындай өйҙәрҙә йәшәнеләр. Тағы ла бер аптыратҡаны - торна тип аталған ҡойолары (фотола әлеге күренеше). Яманһарыла заманса һыу колонкалары ғына бар (әле юҡ), ә быларҙа бер нисә урында тәрән итеп ҡаҙылған ошо “торналар” тора. Һыуы зәһәр һалҡын булыр ине, тәмле. Ерҙең әллә ҡайһы еренән, төбөнән үк сыҡҡан һыу булғанғамы, шифалы кеүек тә күрә инек (әле, әйткәндәй, эргәләге генә Туғыҙтимер ауылы янында Көмөш шишмә бар, һыуы... төштөниһәң, тәнеңә әллә нисә энә ҡаҙағандай, земберләтә, ныҡ һыуыҡ, әлбиттә, уны ла шифалы тиҙәр, имеш, бер инеп сыҡтыңмы, йыл буйы ауырымайһың).
Ни яғы менәндер, Балангурға килеп керһәң, теге "Жил-был пес" йәнһүрәтендәге элекке ауылға килеп ингәндәй тойола ине, бына-бына һалам башлы берәй йорттан ошо йыр яңғырар төҫлө:
«Ой там, на горе, ой там, на крутой,
Ой там сидела пара голубей».

Туҡһанынсы йылдарҙа был ауыл (Ырымбур өлкәһе) беҙгә ҡарағанда һәйбәтерәк йәшәне. Хатта Яманһарынан бер ике ғаилә, бәхет эҙләп, ошонда күсенде – «Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә - бер һыйыр». Яманһарыла барыһы ла пыраң-зараң килгән мәл, туҡһанынсы йылдар болаһы ныҡ ҡағылды, түрә булырға тейеш булмағаны ла түрә булып китеп, хужалыҡты хәстәрләмәне, ахры, күберәге үҙен ҡайғыртты, был осраҡта ауыл халҡы: их, ниңә беҙҙә Рәмил Мостафин – Искра хужалығы етәксеһе -  кеүеге юҡ икән тип уфтанды, исмаһам, Ришат Тураев та ҡайтмай тип бөтөрөндө, ул - ҡаты кеше, тотор ине беҙҙе – ауылдаштары Ришат Ибраһим улы Күмертауҙа Контроль-иҫәп палатаһында ине).  

Яңы килгән күрше республика граждандарына Балангурҙан йорт бирҙеләр, эштәре бар – аштары бар. Тик.... ил системаһынан, ҡайҙалыр төпкөлдә ятһа ла, Балангур ҙа йәшенеп ҡала алманы. Тормоштары беҙҙәге кеүегерәк хәлгә етте, буғай, тигеҙләнде. Һәр хәлдә теге «знакум» ғаиләләр бынан да күсенеп китте, Балангур үҙе лә кесерәйеп ҡалды, ҡалайтаһың, күп халыҡ ҡалаға, ҡалаға ғына түгел, алыҫыраҡҡа - Себергә ынтыла.

Һалам башлы йорттар ҙа яйлап юҡ булды. “Торналар”ҙың да һыуы ҡороно ахры, ҡыйшайған килеш тора бирҙеләр. Күнәк тотоп, янына барған береһе лә булманы.

Әле был ауылдар янынан (Туҡмаҡ, Балангур) үткән һайын, ауыҙға ошо ҡойоноң теште һындырырҙай һалҡын, башҡорт ауылы өсөн ҡырағай емеш – ирга тәмдәре килә. Ул саҡта ят тигән донъябыҙ хәҙер йәнгә ныҡ яҡын күренә.

Әле, нисәмә йылдар үтһә лә, яңыһына өйрәнеп китә алмай аҙапланабыҙ кеүек, тегеһенә ҡарағанда, быныһы ятыраҡ.

Ниңә улайҙыр, бәлки, ул саҡта халыҡ барыбер әлегенән байыраҡ йәшәгән һымаҡтыр (өйҙәр һалам башлы, эсер һыуҙар тышта булһа ла). Һүҙ матди байлыҡ тураһында түгел.    

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: