Все новости
Уңған ир-азаматтарыбыҙ
28 Сентября 2018, 13:48

ҮҘЕНЕҢ БАЛ ҠОРТТАРЫНДАЙ...

Иртә таңдан Таймаҫ ауылы йорттарының береһе янындағы оҫтаханала станок геүләгән тауыш ишетелә.

Иртә таңдан Таймаҫ ауылы йорттарының береһе янындағы оҫтаханала станок геүләгән тауыш ишетелә. Ауылдашым Салауат Муса улы ағасты йышып, уны һырлап, биҙәп тәҙрә рамы эшләү менән шөғөлләнә бында. Бер аҙҙан уның сираттағы ижади эшен ҡарарға, хәл-әхүәл белешергә тип, элек мәктәптә үҙе уҡытҡан бер нисә уҡыусыһы янына килде. Яңыраҡ ҡына уҡытыусылары ҡулында йәнләнеп, ысын сәнғәт әҫәре төҫөн алған сәңгелдәк, тәҙрә рамдарын, ултырғыстарҙы ҡарап, ысын һоҡланыуҙарын йәшерә алманы улар.


Таймаҫта ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла, районыбыҙҙа ла Салауат Солтангәрәевты белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Уның бар ғүмере ошо тыуған ере, тыуған тупрағынан айырылғыһыҙ.

Ауылыбыҙ уҙаманы 1951 йылда күп балалы ғаиләлә тыуа. Муса ағай менән Миңһылыу еңгә алты балаға ғүмер бирҙе. Салауат - араларында иң олоһо. Шуға күрә бәләкәйҙән уға туғандарын ҡарашырға, уларҙы ашатып-эсерер, кейендерешер өсөн йәйге каникулдарында совхоздың ураҡ эштәрендә комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләргә тура килде. Үҫмер, үҙенең киләсәкке тормошо техника менән бәйле икәнен аңлап, тракторсыға уҡып сыҡты, шунан тыуған совхозында тракторҙа үҙаллы эшләй башланы. Тормош тигәнең уйын түгел, ул беҙҙе көтөлмәгән ваҡиғалары менән дә шаңҡыта һуға ҡайһы саҡ. Бер көндө Муса ағай фажиғәле рәүештә вафат булып ҡуйҙы… Инде хәҙер ғаилә башлығы вазифаһын Салауат үҙ өҫтөнә алды, әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнде. Мырҙалары менән һылыуҙарын аяҡҡа баҫтырыуҙа, кеше итеүҙә күп эшләргә, бихисап көс һалырға тура килде уға. Был маҡсатына ирешеүҙә уның хеҙмәт яратыуы, уңғанлығы бигерәк тә ныҡ ярҙам итте.

1970 йылда егетебеҙҙе Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Ул Североморскта, диңгеҙ флотында, хеҙмәт итте. Хәрби хеҙмәттәге намыҫлылығы, уңғанлығы өсөн ике тапҡыр Таймаҫына отпускыға ҡайтып килеү бәхете лә тейҙе.

Хеҙмәт ваҡытын тултырып ҡайтҡас, совхозда механизатор булып эшләүен дауам итте. Салауат совхоздағы намыҫлы эше өсөн күп тапҡырҙар Почет грамоталары менән бүләкләнде, путевка менән сит илгә барып ял итеп тә ҡайтты. 1978 йылдағы ураҡ эштәрендәге юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн ул «Ураҡ эштәре батыры» исеменә лайыҡ булып, еңел автомобиль менән бүләкләнде хатта.

Ауыл мәктәбенә ситтән пединститут тамамлаған Гөлсөм исемле математика уҡытыусыһы эшкә килде. Салауат менән йәш мөғәллимә бер-береһен яратып, ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Юлай исемле ул, Зөлфиә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Салауат Муса улы - бик тә изге күңелле кеше, бар йәшәү мәғәнәһе ауылдаштарына яҡшылыҡтар ғына ҡылыу, ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙы бәхетле итешеүҙә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөн индереү. Тап бына шул күркәм сифаттары уны баҫыуҙан мәктәпкә алып килде лә инде: 1986 йылдан алып Салауат Муса улы Таймаҫ урта мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен уҡыта башланы. Йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә бар күңелен һалды ул. Был йәһәттән белемен арттырыу маҡсатында Сибай педучилищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланы. Балаларға техника нигеҙҙәрен уҡытыу менән бер рәттән, уларҙы ағас эштәренә лә өйрәтте, үҙе лә өйрәнде, оҫта эшләй, эшләй оҫтара, тигәндәй, бара-бара үҙе лә ағас эше оҫтаһына әйләнде. Уҡыусылары менән бергәләп әҙерләгән, ағастан юнып, һырлап, биҙәгән эштәре менән район күргәҙмәләрендә даими ҡатнашты. Мәктәп биләмәһендә уҡыусылары менән ултыртҡан ағастары әле лә бар тирә-яҡты йәмләй. Уҡытыусыларының урынлы кәңәштәре, ярҙамы, хәстәрлеге арҡаһында Таймаҫ мәктәбенең күпме уҡыусыһы күңеленә ятышлы һөнәр һайланы! Бик тә рәхмәтле улар Салауат Муса улына. Әле лә кәңәш һорарға, хәлен белергә, ағас буйынса яңы эштәре менән танышырға өҙлөкһөҙ килеп торалар. Ысын бәхет бына шул була инде! Ауылдаштарына, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәренә ҡылған изгелектәре уҙаманға ана шулай әйләнеп ҡайта. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Юлай менән Зөлфиә лә ата-әсәләренең һөнәри юлынан китте, ысын бәхеттәрен уҡытыусы хеҙмәтендә тапты.

Уңған кеше уңған кеше инде. Салауат Муса улы хәләл ефете Гөлсөм Ғәбиҙулла ҡыҙы менән донъяларын да сыняһау итеп тоталар. Уларҙың йортона, ихатаһына һоҡланып туйғыһыҙ. Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын шундай күркәм итеп донъя көтөүҙәренә, егәрлелектәренә ҡыуанып бөтә алмайым. Йорт хужаһы ана бөгөн дә ейәнен эйәртеп алған да уны умартасылыҡ эштәренә өйрәтә. Уңған бал ҡортондай икәүләшеп мәж килә олатай мнән ейәне. Пенсияға сыҡҡас та тик ултыра белмәй шул йорт хужаһы.
Читайте нас: