Һəр саҡ тырыш
- Нефтсыларҙың күп ваҡыты эштə үтə, - ти 55 йəшен билдəлəгəн Дамир Исхаҡов. Үҙ эшенə яуаплы ҡараған Дамир Əмир улы башҡа- са булдыра алмай, сөнки ул бала саҡтан эшһөйəр булып үҫə. Райо- ныбыҙҙың 1-се Кинйə ауылында тыуған егет ата-əсəһенə бар эштə лə ярҙамсы һəм ныҡлы терəк була. Ғаилəлə ҡыҙҙар араһында бер генə малай булғанғамы атаһына техника ремонтлашһа, əсəһенең хужалыҡта уң ҡулы була, һылыуҙарына өлгө булып ҡына ҡалмай, яҡшы уҡырға өлгөрөп, гармунда ла оҫта уйнарға өйрəнə ул. Ошо тырышлығын əле лə юғалтмай. “Южурал –Ойл” яу- аплылығы сиклəнгəн йəмғиəттə етештереү буйынса тəьминəт бүле- ге базаһы начальнигы вазифаһын- да лайыҡлы эшлəп йөрөй. Оҙаҡ йылдар ТЭЦ-та эшлəгəн тəжрибəле хеҙмəткəрҙе “Южурал-Ойл”яуа- плылығы сиклəнгəн йəмғиəтенең ге- нераль директоры, ике туған ағаһы Зиннур Исхаҡов үҙенə эшкə саҡы- ра. Дамир Əмир улы шунда уҡ баш ҡалабыҙҙа коммерция һəм хоҡуҡ институтында белемен үҫтереп “Ой- ошмаларҙа менеджмент” һөнəрен дə үҙлəштерə. Хəҙер инде үҙ эшен тырышып башҡарыуына 15 йыл да булып киткəн. - Тəүҙə келəт мөдире, аҙаҡ механик булып эшлəнем. Əле эшлəгəн бүлек үҙем барҙа асылды, бар башланғы- старында əүҙем ҡатнашҡанғамы эшем үтə лə ҡəҙерле. Эш күп һəм яуаплы булһа ла, ғаилəмə лə ваҡы- тымды етерлек бүлергə тырышам. Тормош иптəшем Фəриҙə ҡаланың 6-сы һанлы мəктəбендə психолог бу- лып эшлəй. Уның менəн беҙ бер пар- та артында ултырып уҡыныҡ, шунан бирле айырылғаныбыҙ юҡ. Аллаға шөкөр, матур тормош көтəбеҙ. Улы- быҙ Рəмил Себер тарафтарында, ҡыҙыбыҙ Эльвира КүмАПП заво- дында эшлəп йөрөйҙəр. Беҙҙең һөй- өнөстəребеҙ булып ике ейəнсəр һəм ике ейəнебеҙ бар. Эшемде, ғаилəмде яратам, бер һүҙһеҙ, бəхетле өлəсəй һəм олатайбыҙ, тип ныҡлы əйтə алам, - ти көр күңелле юбиляр. Да- мир Əмир улы нисə йəштə булһа ла, үҙ тырышлығын, əүҙемлеген юғалт- май. Килəсəктə лə үҙ маҡсатығыҙға ирешеп, бəхетле тормошта йəшəргə яҙһын һеҙгə. Айгөл ХАЛИҠОВА