Все новости

МАЛ ҮҘЕ КИЛМӘЙ

Абдул ауылында йәшәүсе Ғәлим ағай Хәбибуллин бар ғүмерен мал ҡарауға бағышлаған. 1982 – 1994 йылдар Мораптал совхозы фермаһында мал табибы булып эшләй ул. 1994 йылдан Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһының Абдул участкаһында ауыл малдары сәләмәтлеге өсөн яуап бирә.

- Беҙҙең Абдул ветеринария участкаһы бригадаһына Яҡшымбәт, Тимербай, Кинйә-Абыҙ, Абдул, Түкән, ике Санйын, Ҡарай ауылдары һәм “Искра” менән “Түкән” ауыл хужалыҡтары малдары ҡарай. Биш кеше 4 мең 500 баш эре мал, 500 ат, 2 мең 500 һарыҡ һәм 250 сусҡа малы ҡарайбыҙ. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, әлбиттә, мал кәмене. Бала саҡта малдарҙың төрлө сирҙәр менән ныҡ ауырығандары иҫтә ҡалған. Хатта Ермолаевола бер кеше үҙ бесәйенән зарарланып үлде. Шулай уҡ берәҙәк эттәр ҙә ҡурҡыныс янай ине. Хәйер, улары хәҙер ҙә бер проблема. Ярай әлеге ваҡытта профилактика тигән нәмә бар. Шуға һәр бер йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы ваҡытында привикалар яһау мотлаҡ. Хәҙер ауыл малдарында лейкоз кеүек аурыуҙар бөттө, бәлки, хужалыҡтарҙа барҙыр, белмәйем. Айырыуса элек лишай ауыруы киң таралғаны иҫтә ҡалған, - тип хәтер йомғағын һүтә, үҙ эшен яратып башҡарған Ғәлим ағай.

- Хәҙер бөтә нәмә лә түләүле. Ә һеҙ башҡарған хеҙмәттәр түләүлеме?

- Түләүле, ә халыҡ элекке кеүек бушлай өйрәнгән. Бер баш малға йылына 250 һум түләйҙәр. Беҙ башҡарылған эшебеҙ өсөн аҡса һорамайбыҙ, ауылдар буйлап йөрөгәс, аҙыраҡ бензин хаҡына ғына алабыҙ. Йылына бер хужалыҡтың һарайына ҡан алыу өсөн генә ете тапҡыр керергә тура килә, - ти ул.

Ғәлим Саях улы тормош иптәше Нәфисә апай менән 38 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Нәфисә апай Мораптал совхозында бухгалтер булып эшләгән. Ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр Хәбибуллиндар. Улдары Рәфис Рәсәйҙең почетлы гражданины. Килендәре Гүзәлиә менән өс бала тәрбиәләп, Күмертауҙа матур итеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Гөлназ менән кейәүҙәре Салауаттың да ике балалары бар, улар Маяҡ ауылында йәшәйҙәр.

- Мал табибының көндәлек эшен бармаҡ менән һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. Эш графиктары ла ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Уларҙың эшен мин «ашығыс ярҙам» хеҙмәте белгестәре менән сағыштырам. Һыйыр быҙаулай башлаймы, мал-тыуар ауырып китәме, иртә тимәй, кис тимәй, эшкә сығырға тура килә. Йәйен малдың яраһы ҡортлай, көҙөн күп ашап эсе күбә. Бер һүҙ менән әйткәндә, йыл әйләнәһенә эш ҡайнай. Төндә саҡырһалар, мин бер үҙем ҡурҡам, шуға нисәлә ҡайтһа ла көтөп ултырам үҙен. Ул барып ярҙам иттең дә түгел бит, аҙаҡ барып һаулығын күҙәтеп торорға ла кәрәк. Отпуск тигән нәмәне лә белмәй ул Ғәлим абзыйығыҙ. Ялында ла барыбер саҡыртып алалар, - ти иренең эшенең нескәлектәренә күптән төшөнгән хужабикә.

- Яуаплылыҡ ҙур: прививка яһау, лейкоз, бруцеллез, туберкулез ауырыуҙарына даими тикшереп тороу. Төп ҡағиҙә - ауырыуҙы алдан киҫәтеү мөһим. Малҡайҙары үлеп китһә, хужалары әрләйҙәр, терелһәләр, рәхмәт уҡыйҙар. Бигерәген дә кисен көтөү ҡайтҡас, тағы кем саҡыртыр икән тип көтөп йөрөйөм, - ти Ғәлим ағай.

Мал табибы булып эшләү өсөн оҫталыҡ та кәрәк. Һәр малдың характерын да аңлау мөһим. Ҡырҡ йыл был өлкәлә эшләгән Ғәлим ағай был нескәлектәрҙе яҡшы аңлай.

- Мал холҡо ла кешенеке һымаҡ. Уларҙы иркәләп, яратып торор кәрәк. Туҡмаһаң, аҡырһаң улар ҙа ҡарыша, - ти 60 йәшен ҡаршылаған юбиляр.

Хәҙер пенсияға сығып, түбәгә төкөрөп кенә ятаһың инде, тип шаяртырға яратҡандарға, В. Путин ярты йыл өҫтәне минең йәштәгеләргә, ти. Ләкин, уныһынан бигерәк, Ғәлим Хәбибуллин хаҡлы ялға китеп барһа, урынына ҡалыр кеше юҡ. Малҡайҙарҙы ул ҡарамаһа, кем ҡарар? Заманында, йәшерәк сағында әле, милицияға ла эшкә саҡыралар уны, тик Ғәлим ағай, малдарҙан, тыуған Абдулымдан айырылып, ҡайҙа барайым тип, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмай. Ысынлап та Ғәлим ағай хаҡлы ялға китһә, уға алмаш булмауы бөгөнгө заманда ауыртҡан ер. Сөнки берәү ҙә ветеринар булып уҡырға бармай. Уҡығандары ла ауылдарға ҡайтмай, эш хаҡы аҙ, тиҙәр.

Салауат БИКМАЕВ, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһының Абдул участкаһы мөдире:

- Ғәлим Саях улын пенсияға ебәрмәйбеҙ әле, бергәләшеп тағы ла эшләйәсәкбеҙ. Беләм, эш ауыр. Хайуан - кеше түгел бит. Ауырып китһә, әйтә алмай, прививка яһатырға ла үҙе килмәй.

Мал табибына хайуандарҙы яратыу ғына етмәй, батыр йөрәкле булыу ҙа кәрәк. Ә Ғәлим ағай үҙ эшенең оҫтаһы. Беҙ уның менән оҙаҡ йылдар бергә аңлашып, матур итеп эшләйбеҙ. Ул үҙ эшенә һәр саҡ яуаплы ҡарай, бер ҡасан да иҫәпләшеп тормай, халыҡҡа ҡаты ла бәрелмәй. Алыштырғыһыҙ хеҙмәткәребеҙҙе шуға ла барыһы ла хөрмәт итә.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Автор фотоһы
Читайте нас: