Все новости
Уңған ир-азаматтарыбыҙ
12 Октября 2020, 17:30

Көсөм дә, дәртем дә бар

Ринат Хәйбуллинды Күмертауҙа һәм Көйөргәҙе районында белмәгән кеше юҡтыр. Ул Ишембай районы Кинйәкәй ауылында тыуһа ла, беҙҙең ҡалабыҙ һәм районыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүҙә күп көс һала.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1970 йылда Ринат ағай Күмертау педагогия училищеһына уҡырға килә. Ошо ваҡыттан алып ул Күмертауҙа үҙ кеше. Уҡыу башланыуҙың тәүге көндәренән үк йыр-моңға ғашиҡ егет Ирек Үҙәнбаев етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә, Шәмсиә Вәлиеваның халыҡ театрына яратып йөрөй. Агитбригада составында яҙғы сәсеү эштәре ваҡытында, көҙгө уңыш йыйыу осоронда Күмертау районы (ул ваҡытта шулай ине) буйлап йөрөп концерттар ҡуйғандар.
- Йәш саҡ, дәртле саҡ. Арыу-талыуҙы белмәйһең. Уҡыуҙан, түңәрәктәрҙән һуң киске уйындар ҙа ойоштора торғайныҡ. Был уйынды “Топтогон” тип йөрөттөләр, - ти Ринат Миңлеғәле улы.
Тулы материал 81-се һанда.
Читайте нас: