Бөтә яңылыҡтар
Уңған ир-азаматтарыбыҙ
12 Декабрь 2020, 12:35

Үҙебеҙҙән артмай

Ҡунаҡбай хәлдәре тураһында ниндәйҙер материал яҙыр булһаң, бигерәк тә ул проблемалы булһа, был материалда мотлаҡ Рәүеф Вәлитов телгә алыныр: ҡар баҫҡанмы ауылды - Рәүеф ярҙам итте, һыу торбаһы тишелде - әл дә Рәүеф булды, үҙебеҙҙең ҡулдан килмәҫ ине. Яңыраҡ Ҡунаҡбайҙа балалар майҙансығына урын әҙерләнеләр, ауылда ир-ат аҙ, Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марина Букреева беҙгә: мин улай-былай итеп барғылағансы, Р. Вәлитов, әллә ҡайҙан егеттәрҙе табып-йыйып, эшләп тә йөрөп ята, тине.#Родительскаядоблесть#Кунакбаево#Юшатыр#Беҙбергә

Ауылдың төп тотҡаһы булыуы өҫтөнә, Рәүеф Рәшит улы яҡшы, хәстәрлекле атай, уңған, бөтмөр ир. Улдары Фәнис менән Фәдисте Рәсәй генә түгел, бөтә донъя белә.
Бәләкәй генә ауылда йәшәгән егетебеҙҙең шулай шәп икәнен Өфөлә лә белеп ҡалғандар һәм Радий Хәбиров үҙенә миҙал бирергә ҡарар иткән. «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы. Рәүеф менән Роазлия Вәлитовтарҙың был наградаһына кисәнән бирле ҡыуанып ултырабыҙ, бер генә һорауы аҫылынып тора: ниңә уны Өфө округы тип яҙғандар? Ҡунаҡбайҙа йәшәй, шунда эшләй ҙә ул. Ҡағыҙҙа яҙыу, бәлки, хаталыр, уныһын төҙәтергә була, тик Рәүеф Рәшит улын алып китеп кенә бармағыҙ - ундай егеттәр үҙебеҙҙән артмай.
Читайте нас