Кеше күҙе бик күреп тә бармаған конкурс һымаҡ ине, донъя масштабындағы түгел, гәзит сиктәрендә генә. Шулай ҙа Р. Араптанов, ғаиләһе менән, был бәйгелә ҡатнашырға йөръәт иткән - ысынында, ул ҡатнашмай, кем ҡатнашһын, ниндәй сара булмаһын, улар шунда, мәңге йәш, дәртле ғаилә (күҙҙәр генә теймәһен).
Ул - икенсе. Яныуҙарыбыҙ артта ҡалды. Афарин, Раил Рамаҙан улы. Ҡотлайбыҙ. Беҙҙең төркөмдәштәргә, кем уның өсөн тауыш биргән, ҙур рәхмәт.
Алда тағы ла төрлө-төрлө конкурстар булыр, һәм, ең һыҙғанып, бәйгегә сыҡҡандар араһында мотлаҡ Араптановтар ҙа булыр, башҡаса мөмкин түгел - улар булмай, кем булһын?