-10 °С
Облачно
- Ауылыбыҙ советы биләмәһендә ниндәй генә эштәр килеп сыҡһа ла, Мөнир Мөхәррәм улына мөрәжәғәт итәм. Ул Күмертауҙа “Кровля” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Бер ваҡытта ла баш тартмай, һәр саҡ ярҙам итергә ашығып тора. Был юлы ла бер һүҙһеҙ килде ярҙамға.
Тыумышы менән Аҡһары ауылы егете булған Мөнир кеүек әрһеҙ, тырыш, эштәрҙе урынына еткереп башҡара торған, уңған үҙебеҙҙең егеттәребеҙ күберәк булһын ине.
Мөнир Собханғоловҡа рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, киләсәктә лә шулай тырыш булып, именлектә генә йәшәргә яҙһын һиңә, - ти Свобода ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов.