“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Алдынғы студент” интернет-бәйгеһендә тәүге өс урынды яулаған егеттәр менән студент йылдары, яратҡан шөғөлдәре, илһөйәрлек, рух, хәҙерге йәштәр, уларға ниндәй ҡыҙҙар оҡшауы, бәхет сере хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Айгиз Аҫылбәков – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһит Ғүмәров – Башҡорт дәүләт университеты, Айнур Ҡәҙимов – БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалы студенттары.
“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Алдынғы студент” интернет-бәйгеһендә тәүге өс урынды яулаған егеттәр менән студент йылдары, яратҡан шөғөлдәре, илһөйәрлек, рух, хәҙерге йәштәр, уларға ниндәй ҡыҙҙар оҡшауы, бәхет сере хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Айгиз Аҫылбәков – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһит Ғүмәров – Башҡорт дәүләт университеты, Айнур Ҡәҙимов – БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалы студенттары.
– Һәр берегеҙгә ошондай һорау: кем ул Айгиз? Кем ул Заһит? Кем ул Айнур? Үҙегеҙгә ситтән күҙ һалһағыҙ, нимә һөйләр инегеҙ?
Айгиз АҪЫЛБӘКОВ. Айгиз ул ябай, ыңғай ҡарашлы ауыл малайы, шул уҡ ваҡытта ҙур үрҙәргә ынтылған егет, аҡыллы, матур, тырыш, уңған һәм, иң мөһиме – тыйнаҡ кеше (көлә – авт.).
Заһит ҒҮМӘРОВ. Өләсәйем әйтмешләй, Заһит тыйнаҡ, белемгә ынтылған зиһенле кеше тигәнде аңлата. Был исемде, йәғни атаһының исемен миңә өләсәйем ҡушҡан. Исемем есемемә тура киләлер, тип уйлайым.
Айнур ҠӘҘИМОВ. Маҡсатына ынтылыусан, үҙ фекере булған, халҡым, динем, йәштәр, республикам, тип йәшәгән батыр башҡорт егете.
– Үҙегеҙҙе уңышлы кеше тип һанайһығыҙмы?
Айгиз. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тиҙәр. Ниндәй генә үрҙәр яулаһаң да, тағы үҫешергә сәбәп етерлек.
Заһит. Үҙемә икенсе әҙәмдең күҙлегенән ҡараһам, уңышлы кеше, тип әйтә алыр инем. Мәктәпте лә, БДУ-ны ла, быйыл инде магистратураны ла уңышлы тамамлап, яратҡан эшемде башҡарам – тыуған яғымда, Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетына етәкселек итәм, халҡыма хеҙмәт итеү юлындамын.
Китап сығарам, тип хыяллана торғайным, әлеге көндә ике китабым донъя күрҙе. Республика кимәлендәге бер нисә стипендияға лайыҡ булдым, Мостай Кәрим фондының грантын яуланым. Пандемия осоронда, еңел булмаған ваҡытта халыҡҡа ысын күңелдән ярҙам йөҙөнән ирекмәндәр хәрәкәтенең етәксеһе булып эшләнем, Рәсәй Президентының Маҡтау грамотаһына һәм “Беҙ бергә” миҙалына лайыҡ булдым.
Айнур. Әлбиттә, үҙемде уңышлы кеше тип һанайым, сөнки Аллаһ Тәғәлә нимә кәрәк, барыһын да биргән: ғаиләм, атай-әсәйем, яратҡан эшем бар. Төрлө проекттар менән шөғөлләнәм, маҡсаттарыма өлгәшәм, шөкөр. Кәрәкле кешеләр менән аралашам. Бар яҡтан да үҙемде һау тоям. Уңыш сере ғаиләлә, яратҡан эшеңдә һәм сәләмәтлектә бит.
– “Мин ҙурайғас, шул-шул булам” тиҙәр. Ҙурайҙығыҙ. Бала саҡ хыялығыҙ ысынбарлыҡҡа тап киләме?
Айгиз. Бәләкәй саҡта мең төрлө хыял алмаштырҙым, тәржемәсе лә булғым килә ине. Бер-ике көн үткәс, футболсы булғым килде. Мөхәммәт Али, Майк Тайсондар тураһында ишеткәс, боксер булыу теләге менән яндым. Шул саҡтағы бала саҡ хыялдары бөгөнгө эшмәкәрлегемдә үҙем ҡатнашҡан төрлө секцияларҙа, конкурс, спорт ярыштарында сағыла. Әйтәйек, мин уҡыған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында инглиз телен төптән өйрәнәбеҙ, аҙна һайын тиерлек ҡатнаш көрәш, футбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа даими ҡатнашам (йылмая – авт.).
Заһит. Бала саҡ – хыялдарға бай осор. Бәләкәй саҡтағы ҙур теләгем уҡытыусы булыу ине, сөнки әсәйем Земфира Фазләхмәт ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уның кеүек балаларға белем биреп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырып, дөрөҫ тәрбиә биреп, ғөмүмән, шәхестәр үҫтерергә хыяллана торғайным. Тағы ла бер хыялым – хоҡуҡ яҡлаусы һөнәре, сөнки бәләкәй саҡтан ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы булып үҫтем. Әлеге көндә бала саҡтағы хыялдарым яҡынса ысынбарлыҡҡа тап килә, тип уйлайым, сөнки кешеләр менән эшләйем, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәбеҙ. Кеше менән аралашырға, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә яратам.
Айнур. Бала саҡта ветеринар ҙа, президент та булырға хыялландым. Хыялдар бойомға ашманы, сөнки ҙурайғас, теләктәр ҙә, маҡсаттар ҙа алмашынды.
– Ниндәй һөнәр һайланығыҙ?
Айгиз. Төплө бер генә һөнәр һайламаным, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным, һынап ҡараясағым алда әле. Алға! Әле БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында башҡорт-инглиз бүлегендә белем алам, МАГУ-ның дәүләт идаралығының кесе академияһында уҡып сыҡтым.
Заһит. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультетының бакалавриатын һәм магистратураһын тамамланым. Өсөнсө курста уҡығанда үҙебеҙҙең район хакимиәтенә практикаға ҡайттым. Халыҡ менән даими аралашыу, уларға ярҙам итеү, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеү күңелемә ятты. Шуға күрә сәйәсәтте һайлау теләге тыуҙы. Әлеге көндә Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре комитетының, Баймаҡ районы ирекмәндәр штабының етәксеһемен.
Айнур. БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында ситтән тороп уҡығас, 19 йәшемдә эшкә төштөм – Күп функциялы ғаилә үҙәгенә директор итеп тәғәйенләндем. Хәйриә фондында директор, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы булып та эшләнем, тик был һөнәрҙәр күңелемә ятманы. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының мөхтәсибендәге Диниә назаратына күстем, хәҙрәт-имам булып эшләйем.
Динебеҙ, халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ тип тырышам. Балаларға белем бирәм, дингә бәйле проекттар алып барам, улар менән гранттар алыуҙа ҡатнашам. Дингә ошо проекттар, конкурстар, йыйылыштар арҡылы хәҙерге заман һулышын өрөү – маҡсатым. Был һөнәр күңелемә хуш килде. Әмәлгә ҡалғандай, университеттың башҡорт һәм төрки филологияһында уҡып йөрөйөм. Ошо һөнәргә ғүмеремде бағышларға йыйынам.
– Ә ниндәй яратҡан шөғөлдәрегеҙ бар?
Айгиз. Футбол уйнарға яратам, бәләкәй саҡта футболсы булырға хыяллана инем. Бәләкәйҙән футбол ярыштарында ҡатнашып, бик күп тапҡыр баш осонда кубок та күтәрергә насип булды. Волейбол уйыны менән дә шул уҡ хәл, бик күп ярыштарға йөрөлдө, еңеүҙәр яуланды. Спорт менән дуҫ булғас, мәктәптә физкультура уҡытыусылары еңел атлетика ярыштарына ла йыш йөрөттө, унда ла еңеүҙәр бихисап. Аҙаҡҡы осорҙа ҡатнаш көрәш, ҡул һуғышы кеүек спорт төрҙәре менән мауығам, Евразия уйындарында, Рәсәй чемпионаттарында, Башҡортостан кубоктарында кикбоксинг, ушу саньда, всестиль каратэ, әрме ҡул һуғышы буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Мөмкинлек булһа, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол кеүек уйындарҙы ла уйнарға яратам. Спорт буйынса күп тренерҙар менән шөғөлләнергә насип булды, ошо еңеүҙәрем өсөн уларға ҙур рәхмәт.
Фән менән дә ҡыҙыҡһынам. Башланғыс кластарҙан Кейекбаев, Ғафури уҡыуҙары кеүек фәнни конференцияларҙа ҡатнаштым, гел генә тиерлек беренсе урындарҙы яулай торғайным. Әле лә фән менән бергә атлайым, республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге конференцияларҙа ҡатнашам, тап шуның өсөн 2020 йылда М. Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булдым.
Сәнғәт өлкәһендә лә ҡалышмайым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратам, әле лә буш ваҡытта рәсем яһап алам, башланғыс кластарҙан шиғыр яҙа башланым, “Өмөтлө ҡәләм” шиғыр яҙыусылар конкурсында ике йыл рәттән беренсе урынды яуланым. “Урал батыр”, “Аҡмулла вариҫтары” конкурстарында әүҙем ҡатнашып йөрөнөм.
Өлкән кластарҙа үҙем өсөн яңы йүнәлеш астым – Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы. Башҡорт лигаһында “Һарыҡты кем ашаған?”, Рус лигаһында “Ауыр бала саҡ” (“Трудное детство”) командаһы составында, университетта “Һигеҙенсе ырыу” командаһында сығыш яһаныҡ. Был йүнәлештә лә еңеүҙәр бар: чемпион кубоктарын яулай торғайныҡ.
Ҡурайҙа, гитарала, ҡумыҙҙа уйнайым, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдым.
Инстаграмда бәләкәй генә булһа ла блогым бар (Айгиз, ысынлап та, тыйнаҡ егет, ахыры. “Бәләкәй” тигәне – өс меңгә яҡын яҙылыусыһы булған аккаунт – авт.). Блогерҙар – һөнәри йәһәттән социаль ҡатлам, тип уйлайым. Сөнки “Инстаграм”, Тik-Tok” кеүек социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарҙы алып барырға ла көс, ваҡыт, түҙемлек, тырышлыҡ кәрәк. Ябай эшселәрҙән айырмалары шунда: тәғәйен эш графигы, даими эш хаҡы юҡ. Һәр кеше блогер була алмай, минеңсә. Башҡорт блогерҙарына айырыуса рәхмәт, улар башҡорт милләтен, мәҙәниәтен үстереүгә ҙур өлөш индерә.
Заһит. Шиғырҙар яҙырға, уларҙы уҡырға яратам. Йүгереү, волейбол кеүек спорт төрҙәре менән мауығам. Ғилми мәҡәләләр яҙам, мәшһүр яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең ижадын ғилми яҡтан өйрәнеп, яңынан-яңы асыштар яһайым. Диплом эштәрем, барлыҡ ғилми хеҙмәттәрем уның ижадына арналған.
Айнур. Һәр егеттең ҡанында йылҡысылыҡ шөғөлө барҙыр ул: ат ҡарау, һыбай йөрөү, атты өйрәтеү. Был минең иң яратҡан һөнәрем. Тағы ла китап уҡырға яратам, дини китаптар, башҡорт, сит ил әҙәбиәтен үҙ итәм. Өсөнсө яратҡан ғәмәлем – биштәрҙе аҫып, тәбиғәткә сығып китеү.
– Студент тормошоғоҙҙа ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?
Айгиз. Беренсе курста Ҡазан ҡалаһында уҡырға тура килде, бик матур уҡып йөрөнөм, яңы дуҫтар таптым. Шулай тыныс йәшәй торғас, ялҡып киттем, беренсе курстың аҙағында Өфөләге БДПУ-ға күсергә булдым. Сессия ваҡыты ине, етмәһә, Аҡмулла университетында академик айырманы тапшырырға кәрәк. Өс аҙна ваҡытым һәм тапшырырға кәрәкле 36 предмет бар ине (көлә – авт.). Ул мажаралар мәңге иҫтә ҡалыр ул, тырышып-тырмашып, “4”-кә, “5”-кә биреп бөттөм барыһын да.
Заһит. Был һорауға минең башҡасараҡ яуап биргем килә. Студент саҡтар йәшлегемдең сағыу, гүзәл мәле булып күңел түрендә һаҡлана. Шәхес булараҡ үҫеү, үҙеңде донъяға танытыу өҫтөндә кеше мәктәп һәм университет йылдарында эшләргә тейеш. Ошо рәүешле генә киләсәккә юл ярырға, үҙ урыныңды табырға мөмкин.
Айнур. Студент тормошондағы бик ҡыҙыҡ бер хәлде иҫләйем: беренсе курс, шулай ҙа мин кәүҙәгә мыҡты ғына, һаҡал да бар, күҙлек кейәм, гел классик костюм-салбарҙа йөрөйөм. Уҡыу башланып ҡына торған мәл. Костюм кейгәнмен, портфель тотоп алғанмын. Курсташтарым менән бер ҡаттан икенсеһенә йүгереп, кәрәкле уҡыу аудиторияһын эҙләйбеҙ. Бер ваҡыт мин уларҙан айырылып, аҙашып киттем дә беренсе ҡатҡа вахта янына төштөм. Вахтерҙан һорайым тип ауыҙымды ғына асҡайным, уныһы: “Уҡыусыларығыҙ аудиторияға инеп китте, асҡысты уларға бирҙем. Һеҙ яңы уҡытыусылыр, моғайын, журналығыҙҙы төркөм старостаһынан алығыҙ”, – ти. Мине, беренсе курс егетен, уҡытыусы тип уйлаған (көлә – авт.).
Тағы ла бер мәрәкә булды. Әсәйем утыҙ йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләне, атайым да унан ҡалышмай бик тәмле бешерә, шуға күрә минең дә аш-һыуға барымым бар. Дөйөм ятаҡта азербайжан егете менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙ ауылдарыбыҙҙан ит ташый, төрләндереп, тегенеһен-быныһын бешерәбеҙ. Бер көндә өй, йәғни ятаҡ шарттарында, дөйөм кухняла бургер эшләргә булып киттек: кәтлит ҡыҙҙырабыҙ, сыр иретәбеҙ, йәшелсә быҡтырабыҙ. Ҡыҙҙар инә лә макарон, ҡарабойҙай ярмаһын бешерергә ҡуя, үҙҙәре беҙгә ҡарап-ҡарап ала. “Ҡыҙҙар гречка менән макарон ташый, беҙ һинең менән бында йәшелсә быҡтырабыҙ”, – тип көләм иптәш егеткә.
– Хыялығыҙҙағы ҡыҙҙы таптығыҙмы? Ул ниндәй булырға тейеш?
Айгиз. Әле һығымта яһарға иртәрәк (көлә – авт.).
Заһит. Хыялымдағы ҡыҙҙы таптым, тип әйтә алмайым (йылмая – авт.). Ул мотлаҡ рәүештә ябай, изге күңелле булырға тейеш. Хәҙерге заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош буйлап бергә барыр кешене табыуы ауыр, әммә киләсәктә тап ошондай ҡыҙ осрар, тигән өмөттәмен.
Айнур. Хыялымдағы ҡыҙҙы осратманым әле. Аллаһ Тәғәлә бойорһа, ғүмер юлымда осрар, тигән өмөттәмен. Ислам дине буйынса, был йәһәттән илке-һалҡы йөрөү тыйыла, егет ҡыҙ менән танышһа, ниәте етди булырға тейеш. Иң мөһиме – буласаҡ ҡатыным диндә булһын, үҙ ғаиләһен яратһын, хөрмәт итһен, балалар яратһын.
Үҙем иһә ғаиләлә биш бала хаҡында хыялланам, балалар, тип мөкиббән китәм. Буласаҡ хәләл ефетемдең үҙ фекере, донъяға ҡарашы булырға тейеш, үҙем кеүек әүҙем тормош тип йән атҡан, донъя күрергә, сәйәхәт итергә теләгән ҡыҙ булһын ине. Ниндәй милләттән икәнлеге мөһим түгел. Мин, үҙ сиратымда, уға ысын мөхәббәт, ихтирам, етеш тормош вәғәҙә итәм.
– Егеттәр, һеҙ илһөйәрме? Ғөмүмән, илһөйәрлек нимәлә сағыла?
Айгиз. Үҙемде илһөйәр кеше тип уйлайым! Минеңсә, илһөйәрлек Тыуған илеңдең яҙмышына битараф булмауҙа, уның сәскә атыуына ниндәй ҙә булһа өлөш индерергә тырышыуҙа сағыла.
Заһит. Әлбиттә, мин илһөйәр. Йәштәргә һәр ваҡыт “Илһөйәр кеше тыуған ерендә эшләргә, уға хеҙмәт итергә тейеш” тип ҡабатлайым. Бәләкәй саҡтан шиғырҙарымдың төп темаларының береһе – тыуған яҡ, уға дан йырлау, бөйөк шәхестәре, тарих. Илһөйәрлек рухы күңелемдән шиғыр булып урғыла.
Хеҙмәт юлымды ла тап тыуған еремдә, тыуған Баймаҡ районында башланым. Районды, Башҡортостанды ташлап бер ҡайҙа ла киткем килмәй. Беҙ, йәштәр, илһөйәр булырға тейешбеҙ. Мин етәкселек иткән йәштәр комитеты эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – ул йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү. Был юҫыҡта әүҙем эш алып барабыҙ.
Айнур. Мин илһөйәр, Башҡортостанды, Рәсәйҙе яратам. Халҡым, динем өсөн йәшәйем, республикам сәскә атһын тип тырышам. Ниндәй генә ерҙәр күрһәм дә, Башҡортостанымдан, тыуған ауылымдан яҡыныраҡ урын юҡ. Бар йәштәр ҙә Тыуған иленә ошондай мөнәсәбәттә булһа ине. Ҡайһы бер йәштәр республиканан, хатта Рәсәйҙән ситкә ынтыла, сит ерҙәрҙә яҡшы тормош эҙләй. Әгәр ҙә барыбыҙ ҙа сумкаларыбыҙҙы күтәреп сығып китһәк, Башҡортостанда кем ҡала? Кем киләсәкте хәстәрләр? Кем балаларҙы уҡытыр? Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ нишләр? Миндә башҡорт, татар, төрөк ҡаны аҡһа ла, үҙемде аҫаба халыҡ вәкиле, ысын башҡорт тип һанайым һәм республика киләсәге өсөн ысын күңелдән борсолам.
Өйҙә ятып барыһын да тәнҡитләгән йәки, киреһенсә, артыҡ ҡырҡыу ҡыланған йәштәр бар арабыҙҙа. Уларға әйткем килә: берҙәм, тыныс булырға, төрлө саралар, форумдар аша, гранттар отоп, яңы проекттар булдырып, хакимиәттәр менән хеҙмәттәшлек итеп, төрлө йәмәғәт ойошмалары менән аралашып, Башҡортостаныбыҙға файҙа килтерергә тейешбеҙ.
“Мин илһөйәр!” тип күкрәк һуҡҡандар бар. Илһөйәрлек ул ҡоро һүҙ һөйләү генә түгел. Тәү сиратта тыуған яғыңа ысын, саф, эскерһеҙ һөйөү булырға тейеш, икенсенән, был һөйөүҙе эш менән иҫбат итеү зарур. Урмандағы ағасты ҡосаҡлап тороу илһөйәрлек түгел, ә бына шул урманда тағы ла ағас ултыртыу, йәштәр менән эшләү, башҡорт телен һаҡлау – ошондайыраҡ тәғәйен эштәр булһын ине.
– Хәҙерге башҡорт йәштәрендә рух бармы?
Айгиз. Әлбиттә, рухлы улар! Айырыуса һуңғы ваҡытта ныҡ һиҙелә башланы.
Заһит. Бер нисә йыл элек йәштәрҙә милли рух тойолмай кеүек ине миңә, ә бөгөн хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, был мине ныҡ ҡыуандыра. Рухлы йәштәр күбәйгәндән-күбәйә. Йәш быуын менән уның вәкилдәре мәктәптә, университетта уҡыған саҡта уҡ эшләргә, уларҙа рух тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта рух төшөнсәһен дөрөҫ аңламаған, икенсе һуҡмаҡтан киткән йәштәр ҙә бар. Рух тәү сиратта кешеләргә, халыҡҡа ыңғай йоғонто яһарға тейеш.
Айнур. Ә, минеңсә, йәштәрҙә башҡорт рухы кәмей бара, сөнки улар европалаша. Башҡорт теленә, тарихына, мәҙәниәтенә иғтибар кәмей. Көнбайыш Европа йоғонтоһона, заман һулышына биреләләр. Мин башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнөм, башҡорт гимназияһын тамамланым, ошо арҡылы, ғаилә арҡылы миңә башҡорт рухы һеңде.
Хәҙер килеп, ғаиләләрҙә рух тәрбиәләү һүнеп бара. Әсәй, атайҙан булмаһа ла, рух төшөнсәһен өләсәй, олатайҙар аңлата ине. Хәҙер инде быуындар алмашына, оло быуын яйлап баҡыйлыҡҡа күсә. Элек ауылдарҙа мәҙрәсәләр булған, унда тәртипкә, әҙәпкә, әхлаҡҡа өйрәтеү менән бер рәттән рух та, илһөйәрлек тойғоһо ла тәрбиәләнгән. Мин үҙем әлеге ваҡытта шәкерттәр уҡытам. Дәрестәребеҙ дин тураһында ғына түгел. Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ, музейҙарға, иҫтәлекле, тарихи урындарға йөрөйбөҙ, яңы быуында рух тәрбиәләйбеҙ. Ҡайһы бер йәштәр башҡортса һөйләшергә лә ояла, русса аралаша бит. Балалар менән кескәй саҡтан уҡ шөғөлләнһәк, рухтарын нығытһаҡ, бынан береһенә лә зыян булмаҫ. Киреһенсә, был милләт-ара дуҫлыҡты нығытасаҡ.
– Бәхет сере нимәлә?
Айгиз. Бәхеттең сере – аң-белемдә һәм һаулыҡта.
Заһит. Бик ҡыҙыҡлы һорау. Бәхет сере – ул бар көсөңдө һалып, ихлас, тырышып эшләүҙә. Һәр нәмәлә тырышлыҡ кәрәк. Тырыш булһаң, маҡсатың да аныҡ, маҡсат бар икән – һөҙөмтә лә була. Ә һөҙөмтә бәхет килтерә, шуға күрә һәр кеше тырыш булһын, һәр береһенең маҡсаты булһын, ошондай осраҡта ғына тормошта нимәгәлер өлгәшергә мөмкин.
Айнур. Бәхет сере – иманда, Аллаһ Тәғәләгә табыныуҙа. Йөрәгеңдә уның өсөн урын тапһаң, һин – иң бәхетле кеше. Кеше дини ғилем алһа, иманлы булһа, ғаиләһендә лә, эшендә лә, эшҡыуарлығында ла – барыһы ла ыңғай барасаҡ. Иман тәртипкә, ғәҙеллеккә, ихласлыҡҡа өйрәтә. Кешенең юлын ҡыймайынса, изгелек ҡылып, ихлас күңелдән йәшәй ундайҙар. Ғаиләлә тыныслыҡ, мөхәббәт булһа, ата-әсәй иҫән-имен икән – шул бәхет. Әҙәпле, әхлаҡлы, иманлы булһаң, кеше араһында абруйың да күтәрелер, ғаиләлә лә аһәңлек тантана итер.
Үҙ фекерең булыу, юғары маҡсаттар менән йәшәү, яратҡан эшеңдә эшләү, балалар үҫтереү – ҙур бәхет бит был. Хатта иртән уянғас та, битеңә ҡояш нурҙары ҡуныуын тойоу – бәхет. Ел һулышын һиҙеү – бәхет. Ошондай бәләкәй шатлыҡтарҙы тоя белһәң, тимәк, һин – иң бәхетле кеше. Ә быларҙың барыһына ла динебеҙ өйрәтә. Иртән торған һайын “Аллаға шөкөр” тибеҙ.
Күҙ күрә, ҡул-аяҡтар йөрөй, ҡолаҡ ишетә, үҙем белем биргән балаларҙы күрәм, атай-әсәйемде ҡосаҡлайым, яратҡан эшемә барам, төрлө төҫтәге сәскәләрҙең хозурлығына ҡарайым – бына ул бәхет. Аллаһ Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеү – шул ысын бәхет.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште, "Башҡортостан" гәзите.