Все новости

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!

Ниһайәт, Ҡурай каналы үткәргән "Ҡурай даны" милли телевизион премияға дәғүә итеүселәрҙең конкурс һөҙөмтәләре билдәле булды. Минең иптәшем ЮЛАЙ ХӘЛИТОВ - "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүсе!

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!

Беҙҙең өсөн көн-төн тауыш биргән изге күңелле, яҡты йөҙлө кешеләргә рәхмәттәребеҙҙе ихлас еткерәбеҙ. Тауыш биреүҙе ойоштороусы "Юшатыр" гәзите хеҙмәткәрҙәренә, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ильясов Юлай Талха улы һәм уның командаһына, Яҡшымбәт ауыл советы башлығы Сынбулатов Юнир Ирек улына, Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең директоры Аҡһарова Гөлнур Ҡотдос ҡыҙына сикһеҙ рәхмәттәребеҙ.
Рәхмәт беҙҙе белгән һәм белмәй тороп та тауыш биргән яҡшы кешеләргә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, тыныс тормош теләйбеҙ. Эштәрегеҙ уң, кәйефтәрегеҙ күтәренке булһын.
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ.

Фәнүзә Хәлитова, Яҡшымбәт ауылы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: