Шуға ла ҡышҡылыҡҡа май айынан уҡ әҙерләнә башлайбыҙ (сананы йәйҙән әҙерлә). Өшөмәҫ өсөн. Күмертау ҙа шулай, ҡала халҡы туңмаһын тип тырышалар. Һәр ваҡыт килеп сыҡмай, әммә тырышалар. Беҙҙең күпте күргән ТЭЦ тураһында мәғлүмәт аҙ (йылылыҡ өсөн ниңә улай күп түләйбеҙ һорауы ла шулар араһында). Ә бит бында этлектәр етерлек. Маяҡ ҡасабаһынан күмер ташыйҙар. Ташыйҙар тип әйтеүе генә анһат, унда шишмәләр күп, карьер һыу менән тула ла ҡуя, был һыуҙы һурҙырып торорға кәрәк. Яңыраҡ Маяҡта бер оказия булған - машина, һыуға батып, туңған да ҡуйған. Минут һайын һыу өҫтәлә бара. Ҡоттар осҡан: Күмертау туңып ултырасаҡ та баһа! Ярар, бында эшләгән егеттәр әрһеҙ, ике көн буйы хитлана торғас, машинаны барыбер ҡотҡарғандар. Ә был мәлдә беҙ бер ни белмәй йылы фатирҙарҙа көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килә инек.
Был турала ентекләберәк - тиҙҙән.