Уңған ир-азаматтарыбыҙ
19 Февраля 2022, 05:57

Тыуған ил һеҙҙе көтә

Улар бөгөн төн уртаһы еткәс кенә осто, ә бына әле барып та еткәндәр. Норильскиға. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған ил һеҙҙе көтәТыуған ил һеҙҙе көтә
Тыуған ил һеҙҙе көтә

Был ҡаланы илдең иң бысраҡ ҡалаһы тип әйттеләр (яңы ғына Рәсәй ҡалалары рейтингыһын күрһәттеләр), бысраҡмы-нисек, ҡарап тороу юҡ, йәшәргә кәрәк,ә бының өсөн эшләргә кәрәк.
Көйөргәҙе һәм Күмертау егеттәре тураһында һөйләүебеҙ. Барып төшкәс тә, эш биргән ойошма уларҙы фатирға төшөргән (фотоларҙа), йылы, йомшаҡ, зауыҡлы. Бик ҡыҫынҡы ла түгел. Егеттәр, ҙур-ҙур сумкаларға һалып, ашарына ла алғайны (ҡатындары уларҙы өрмәгән ергә ултыртмай), тик предприятиелары эшселәрен бик ҡәҙерләй икән - фатирҙарына тиклем ашарына килтереп бирә, ти: иртәнге, төшкө, киске аш, рәхим генә ит. Эш хаҡы шәп тигәндәр, шуға ҡыуанышып ултырыуҙары.
Унда киткәнсе күпме ығы-зығы булды, медсправка, билеттар, тағы әллә нәмәләр, ҡунаҡҡа китеп бармайҙар, ныҡлы әҙерләнергә кәрәк. Ҡайһы мәл бында, өйҙә, ҡалған ҡатындары үтә ныҡ борсола торған: матур ғына йөрөһөндәр. Йәки унда тағы ла берәй ғаилә ойоштороп йөрөмәһендәр ине тип. Тормош бит, төрлө хәл булыуы ихтимал. Нимә-нимә, кем-кем, был егеттәр өсөн борсолмаҫҡа була, ғаилә тип өҙөлөп торған ир-аттар. Шулай булмаһа, әллә ҡайҙарға сығып та китмәҫтәр ине, донъя көтөргә кәрәк. Юлдарығыҙ имен, үҙегеҙ иҫән булығыҙ, яҡташтар. Тыуған ил һеҙҙе көтөп тора.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас