-3 °С
Облачно
Заниф Йәғәфәров, Көйөргәҙе юл-төҙөлөш ойошмаһының автогрейдер машинисы:
- Әлеге ваҡытта мин үҙем йөрөткән авторгрейдер менән юлдарҙа барлыҡҡа килгән кәлейәләрҙе ҡырып алып, юл ситенә сығарамын. Юлдарҙағы кәлейәләр юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан транспорт, кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙыра, аварияларға килтерә. Беҙҙең коллектив хеҙмәткәрҙәре юлдарҙың төҙөк һәм йыл әйләнәһенә ҡараулы булыуына ныҡ иғтибар бирә. Һуңғы осорҙа юл тармағын тамырҙан үҙгәртеү бара, йәғни яңы алымдар, талаптар ғәмәлгә инә.
Юлдарҙы сифатлы итеп төҙөү төп бурыс булып тора, һәм был бурысты үтәүгә бар мөмкинселектәребеҙ ҙә бар.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы
Хат тулы килеш үткән йома һанында баҫылды.