- Заводта 1973 йылдан бирле хеҙмәт итәм. Мәктәпте тамамлағас та Күмертау вертолет төҙөү заводына эшкә килдем, эшләп йөрөгән ерҙән әрме сафтарына барып ҡайттым да, эшемде ошонда уҡ дауам иттем. Эшебеҙҙе күрә белеүҙәре күңелде күтәрә әлбиттә, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары биреп торалар, шулай ҙа беҙ төрлө бүләкләүҙәр, юлламалар өсөн эшләмәйбеҙ, алға ҡуйылған планды ваҡытында үтәү, ышанысты аҡлау, етәкселәрҙе һынатмау беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора, шуға күрә был бүләкләүҙе лә ҙур ғорурлыҡ, ҡаҙаныш тип һанамайым. Заводтың үткәне менән бөгөнгөһөн сағыштырғанда, элек ышаныслы ине әлбиттә, бөгөн дә эш юҡ түгел. Алда завод менән нимә булыры беҙгә билдәле түгел, етәкселәр нимә әйтә шул була инде, беҙгә эш бар икән ҡыуанып эшләп тик йөрөйбөҙ.
Тулы материал бөгөн гәзиттә баҫылды.