- Ошондай эстәлекле сара ойоштороп, күп халыҡ араһында тәбрикләп үтеүҙәре икеләтә мәртәбәле булды. Эшебеҙҙе күрә белеп, ваҡытында хуплап тороуҙары шатлыҡлы. Рәсәй федерацияһының ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хатын алыу минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс. Эшемде бик яратам, был һөнәрҙе һайлағаныма бәхетлемен. Етәксебеҙ Рәмилә Хәмит ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙе хуплап, ҡеүәтләп тора. Алдағы көндәрҙә лә иҫән һау эшләргә булһын. Эшебеҙҙе яратып, ғәҙеллекте онотмай, тыршып эшләргә лә эшләргә булһын.
Был конференциянан репортаж тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.