- Мин үҙебеҙҙең районда 2003-2009 йылдарҙа Керәүле-Илюшкиндағы “Рассвет” ауыл хужалығында эшләнем, аҙаҡ Ергән МТС-ында инженер булдым. Үҙемде чиновник булараҡ та һынап ҡараным. Ишембайҙа ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарҙым, әммә кабинетта бикләнеп ултырыу ул миңә хас эш түгел. Ейәнсурала 2019 йылдан эшләйем. Хужалыҡтан йорт та бирҙеләр. Башҡа белгестәребеҙгә лә йорттар һатып алдыҡ. Бында беҙ эште тигеҙ урында башланыҡ, торараҡ майҙандарҙы киңәйттек. Күгәрсен районынан да үҙебеҙгә өҫтәмә ерҙәр алдыҡ. Әлеге ваҡытта барлығы 12600 гектар ер эшкәртәбеҙ. Беҙҙең бүлексә ҙур. Республикала беҙҙең хужалыҡ 3-сө урында тора. Йәмғиәттә 118 эшсе эшләй. 13 төрлө культура үҫтерәбеҙ. Техникаларыбыҙҙы әленән-әле яңыртабыҙ. Үткән йыл ғына 200 млн һумға яңы техникалар алыуға ирештек. Тәүлегенә бер һауын һыйырҙан 33 литр һөт һауып алыуыбыҙ ҙа ҡыуаныс. Ошо күрһәткесте юғалтмаҫ өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк, һәр нәмә үҙ ваҡытында башҡарылырға тейеш. Барлыҡ ерҙә лә видеокамералар ҡуйылған, был да эште күпкә тәртипкә һалыуҙа үҙ өлөшөн индерә.
“А7- Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ейәнсура филиалы етәксеһе Юнир Таймаҫов менән әңгәмә тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.