Булды, әлбиттә. Раил Араптанов. Спортсы, алдынғы йәмәғәт эшмәкәре, белемле, тәжрибәле уҡытыусы, һәйбәт ғаилә башлығы икәнен белә инек, ә бына ҡул оҫтаһы икәнен... Гонаһ беҙҙә, белмәй инек. Баҡһаң, Раил Рамаҙан улы өйөндә төрлө ултырғыс, өҫтәлдәр яһай икән. Бөгөн шуларҙы алып сыҡҡан. Ултырғысы һыйыр һауырға ғына эшкинәлер - һауаланып китеп, ошолай уйланыҡ тәүҙә. Яҡыныраҡ килһәк... Магазиндағын уҙҙырған был. Ултырып ҡараныҡ, офистағы йомшаҡ ҡәнәфиҙәр ары торһон, Раил Араптанов ултырғыстарында тән ял итә, ныҡ уңайлы.
Ҡулдарығыҙҙың игелеген күреп йәшәргә яҙһын, Раил Рамаҙан улы.