Р. Ғәйнетдинов, бейеүсе, мәҙәниәт һарайҙары сәхнәһенән төшһә лә, тормош сәхнәһенең уртаһында һаман. Бөгөнгө Яңы Таймаҫтағы сараға ул да килгән. Умарталары күп уның, балдарын тәпән-тәпән итеп тейәп килгән. Балта, сүкештәр ята, уларға һаптарҙы оҫта яһай икән, шулай итеп һаплай, ҡулыңдағы ҡорал үҙе юна, үҙе ҡаға башлай икән.
Афарин, Раяф ағай, сәхнәләрҙең түрендә оҙаҡ итеп йәшәргә булһын.