Все новости

Күңел иретерлек һындар

- Был һындарҙы эшләү минең өсөн бер ауырлыҡ та тыуҙырмай, ҡар епшек булһа бер көн эсендә эшләп ҡуям.

Күңел иретерлек һындар
Күңел иретерлек һындар

Быйыл ҡарҙың епшек сағына тура килмәнем, шуға күрә, ҡарҙы тәүҙә өйөп ҡуйып ҡатырырға тура килде, шуныһы ваҡытты тотҡарланы. Артабан ҡар өйөмөнән йнең теләгән һынды һүрәтләп ҡуяһың, бында инде фантазияңды ҡушаһың да, ҡалғанын үҙенән-үҙе килеп сыға. Һындың формаһын эшләп бөткәс, красканы йылы һыу менән бутап, гөлгә һиптерә торған пульвилизатор бар бит, шуның ярҙамында буяп ҡуям. Ҡуяндың эргәһенә ҡыш бабай менән ҡар һылыуын да эшләп ҡуйырға уйлап йөрөйөм, ваҡыт етһә бәлки уларын да эшләп өогөртөрмен, - тип һындар яһау серҙәре менән уртаҡлашты Илнар Хөсәйенов.

Был турала тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: