Туп-тура яуға. Барыһы ла үҙе менән: уҡ-һаҙаҡ, яугир кейеме. Ул, ысынлап та, яуға әҙерләнә - мылтыҡтан атҡан һуғышҡа түгел, ә "Айыҡ ауыл" исемен яулау өсөн көрәшкә. Ҡиәфәт етди, ҡараш ышаныслы, Көйөргәҙе районы Свобода ауылы башлығының Кинйә-Абыҙ ауылы был бәйгелә еңәсәгендә шиге юҡ, батырҙар ауылы (был ауылдан өс герой сыҡҡан) еңмәһә, тағы кем еңә?
"Фәнис Мансур улы ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямай ул йәнен, түгә ҡанын,
Айыҡ булһын тиеп ауылын".