Все новости
Ҡулай мөхит
12 Марта 2019, 13:28

Көйөргәҙе принцессалары ла ҡатнашты

8 март көнө Башҡорт опера һәм балет театрында «Бәләкәй принцессалар балы» тип аталған мөғжизә булды.

8 март көнө Башҡорт опера һәм балет театрында «Бәләкәй принцессалар балы» тип аталған мөғжизә булды. Ябай кеше өсөн, бәлки, бының мөғжизә тип әйтерлеге лә юҡтыр. Аҙмы ни саралар, береһе артынан икенсеһе булып тора. Тик әлегеһе һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн булды, бәлки, донъяны һауыраҡ кешеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ яратҡан сабыйҙар өсөн был ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тартым ваҡиға булғандыр. 287 баланың күңелен күреп, Республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең хәләл ефете менән ҡатнашты. Беҙҙең райондан ике бала ла ҙур ҡаланы, ҙур театрҙы, тиңдәштәрен күреп ҡыуанышты - Яманғолдан Дарья Панкова һәм Шәбағыштан Дарина Коновалова. Тормош китабығыҙҙың әле яҙылмаған таҙа биттәрендә тағы ла күп байрамдар урын алһын ине.
Читайте нас: