Х. Кинйәбаеваны күптәр «Юшатыр» гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе булараҡ та яҡшы белә. Уның туған тел, милли мәҙәниәт, милләтебеҙ яҙмышына бәйле көнүҙәк темаларға арналған мәҡәләләрен гәзит уҡыусыларыбыҙ яратып уҡый. Гәзит хеҙмәткәре, штаттан тыш хәбәрсе Хәҙисә Кинйәбаеваны ҡотлап, уға гөлләмәләр менән «Юшатыр»ҙың Почет грамотаһын тапшырҙы. Уҡытыусыларын ҡотларға күрше Мәләүез районының «Көнгәк» гәзите баш мөхәррире Сәйфулла Әмиров менән хәбәрсе Лена Абдрахманова ла килгән.
Күмертау ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмәһе исеменән Руша Солтанғолова менән Гүзәл Назарова, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Ринат Хәйбуллин, РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллина, М. Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәп директоры Әнисә Түләгәнова, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһынан Гүзәл Усманова, Гөлнур Хәмитова, Раил Араптанов, алыҫ ерҙе яҡын итеп Өфөнән килеп еткән яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, ҡыҙы Альмира, ейәне Самат һәм башҡалар юбилярға шулай уҡ йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Гүзәл Фәтих ҡыҙы таймаҫтар исеменән арҙаҡлы ауылдашының яурынына, йылы булһын тип, мамыҡ шәл һалды.
Хәҙисә Ғимран ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы өлгәшкән уҡыусыларын маҡтап гел генә: «Һиңә ат башындай «5!» - тип әйтер булған. Бөгөн иһә был сараға йыйылыусылар уның үҙенә, барлыҡ педагогик, йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә бына шулай итеп ат башындай «5» ҡуйҙы.