Все новости
Йәмғиәт
15 Ноября 2016, 12:31

ЯМАНҺАРЫЛАР ҮРНӘК КҮРҺӘТӘ

Һуңғы йылдарҙа торбалар йыш тишелеп, халыҡ һыуһыҙ интеккәс, Яманһары ауылы халҡы сходтар үткәреп, ауылда һыу торбаларын тотошлай яңыртырға кәңәшләшеп эшкә тотоноуҙары хаҡында яҙғайныҡ инде.

Һуңғы йылдарҙа торбалар йыш тишелеп, халыҡ һыуһыҙ интеккәс, Яманһары ауылы халҡы сходтар үткәреп, ауылда һыу торбаларын тотошлай яңыртырға кәңәшләшеп эшкә тотоноуҙары хаҡында яҙғайныҡ инде.

Был мөһим сараны тормошҡа ашырыу өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса 150 мең һум аҡса бүленгәйне, район бюджетынан да 150 мең һум аҡса бирергә мөмкинселек сыҡты. Яманһарылар үҙҙәре лә һәр йорттан 10-ар мең һум аҡса йыйҙы. Аҙаҡ трассанан йорттарына һыу үткәреү өсөн дә тағы шул тирәһе сығымдар булды. Әле билдәле булыуынса, 4 км 190 метр оҙонлоғонда һыу торбалары үткәреүгә барлығы 1 млн 204 мең һум аҡса киткән. Ә 4 йыл элек Ермолаевоның Завод урамында 850 метр оҙонлоғондағы һыу торбаһын алыштырыу өсөн (проект, экспертиза, конкурстар менән бергә) 4 млн ярым һум аҡса киткән булған.

Үткән йома көндө яманһарылар оло ҡыуаныс кисереп, һыу асыу тантанаһы уҙғарҙы. Сараға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район Советы секретары Әхәт Исламғолов, хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин килде. Мәртәбәле ҡунаҡтар менән ҡыуаныстарын уртаҡлашырға, уларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ауыл халҡы ла йыйылды.

– Ышанғы килмәй, шулай ҙа, ауырлыҡтарға ҡарамай, беҙ быны атҡарып сыҡтыҡ. Ең һыҙғанып эшкә тотонғанығыҙ өсөн, ауыл халҡы, һеҙгә рәхмәт. Беҙҙең башланғысты күтәреп алыусы район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәт. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит, барлыҡ ауылдаштарыбыҙ ҙа ярҙам итте.

Ауыл халҡының яртыһы булһа ла аҡса бирһә, тип башлағайныҡ, 84 йорттоң 78-е тапшырҙы, ә ҡалған 6 йортонда кеше йәшәмәй, хатта 7 мең һум ғына пенсия алған хаҡлы ялдағылар ҙа бер һүҙһеҙ ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинселек тапты, был ҙур ҡыуаныс, - тине Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова.

Ул һыу үткәреү барышында һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн Әхәт Йәүҙәт улына, Әхәт Әхтәм улына, Нәүғәт Кәлимулла улына, шулай уҡ ауылдан Менәүәрә Урманцеваға, Юнир Иҙрисовҡа, Айҙар Дәүләтшинға, Мөхтәр Түләгәновҡа, Алмаз Ишкининға, Дамир Науразбаевҡа ауыл советы хакимиәтенең Рәхмәт ҡағыҙҙарын тапшырҙы.


– Әгәр берәйһенең исем фамилияһын әйтмәй ҡалдырһам, үпкәләмәгеҙ, сөнки ярҙам итеүселәр ысынлап та күп булды, барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тине Нурия Нуриман ҡыҙы.

Был йыйылышта башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды. Шулай итеп, ауылда территориаль йәмәғәт советына рәйес итеп бер тауыштан Камил Иҙрисовты һайланылар.

Яманһары ауылының “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Ләлә Батыршина ла үҙ һүҙен әйтмәй ҡалманы:

– Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тиҙәр бит, беҙ ҙә күмәкләп бер йоҙроҡҡа берләшеп был эште атҡарып сыҡтыҡ. Һыулы булғаныбыҙ өсөн Нурия Нуриман ҡыҙына оло рәхмәт белдерәм. Хатта ауылдағы эшһеҙҙәр ҙә аҡса бирҙе, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Аллаға шөкөр, мәсетте лә тырышып төҙөнөк, беҙҙә берәй эш килеп сыға икән, һәр кем ең һыҙғанып эшкә тотона. Хәҙер урамдарыбыҙға асфальт та түшәлһә, бигерәк шәп булыр ине, - тине ул.

Аҙаҡ һүҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа бирелде.

– Бөгөн беҙ һеҙҙең шатлығығыҙҙы уртаҡлашырға килдек. Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ. Уны атҡарып сығыу еңелдән түгел. Күпселек ауылдарҙа ла һыу проблемаһы бар. Улар ҙа яманһарыларҙан өлгө алыр, «Реаль эштәр» проектында ҡатнашырҙар, тип уйлайым. Ә асфальт түшәүгә 100 мең бирербеҙ, һыуҙың ҡалған суммаһының яртыһын да ҡапларбыҙ.

Тик тырышып эшләгән фермерҙар юҡ һеҙҙә, малдарығыҙҙы күбәйтегеҙ. Бына район үҙәге Ермолаевола ябыҡ баҙар төҙөлә, шунда алып килеп үҙегеҙҙең продукцияғыҙҙы һата алырһығыҙ, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Эштәрҙе күҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алған Рауил Йәмиловҡа, аҡса йыйыусы кассир Гүзәлиә Халиҡоваға һәм Камил Иҙрисовҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сара һуңында район «Йәшлек» мәҙәниәт йорто артистарының шәп концерты булды.



Рәжәп АБДУЛЛИН, Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы:


– Яманһары ауылы халҡы ныҡ оҡшаны. Уларҙың берҙәмлектәренә ҡыуандым. Беҙ ҙә, уларға эйәреп, 2017 йылда Михайловка ауылында «Реаль эштәр» проекты буйынса һыу торбаларын яңынан алыштырырға уйлайбыҙ. Ноябрь аҙағында халыҡ менән сход үткәреп, ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ һәм яҙ башынан эшкә тотонорға ниәтләйбеҙ.

Читайте нас: