Все новости
Йәмғиәт
17 Ноября 2016, 17:45

ИҪЛӘЙБЕҘ, ИҪКӘРТӘБЕҘ...

Юл-транспорт фажиғәләрендә йыл да Ер шарындағы 1 миллион 300 мең кешенең ғүмере өҙөлә.

Юл-транспорт фажиғәләрендә йыл да Ер шарындағы 1 миллион 300 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың күбеһе 15-45 йәш тирәһендәгеләр. 2005 йылдың октябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы резолюцияһына ярашлы ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Был кешеләр тормошондағы шундай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем кәметеү һәм булдырмаҫҡа тырышыу маҡсатын күҙ уңында тотоп эшләнә.
Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәптәре булып руль артына иҫерек килеш ултырыу, тиҙлекте арттырыу, машинаның төҙөкһөҙлөгө һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү тора. Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнөндә водителдәрҙе бындай етешһеҙлектәрҙән, бәхет-һеҙлектәрҙән иҫкәртеү, ҡурсалау маҡсатында төрлө саралар үткәрелә.
2016 йылдың йыл башынан алып хәҙерге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы биләмәләрендә барлығы 1245 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 2 кеше һәләк булған, 42 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың 8-е – балалар. 2 юл-транспорт ваҡиғаһында автомобилдәр ауып, 2 кеше зыян күргән.
2016 йылдың 20 ноябрендә, көндөҙгө сәғәт 2-лә, «Мәңгелек ут» янында, Пушкин һәм Ленин урамдары киҫелешендә, Күмертау ҡалаһының йәш юл инспекторҙары ҡатнашлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу-сыларҙы иҫкә алыу көнөнә арналған сара үтә
Читайте нас: