Все новости
Йәмғиәт
22 Ноября 2016, 01:07

АБРУЙЛЫ УҠЫТЫУСЫ, ҮРНӘК ӘСӘ

Әҙәм балаһы был донъяла ҡунаҡ ҡына. Өлөшөнә төшкән ғүмеркәйҙе ҡәҙерләп...

Әҙәм балаһы был донъяла ҡунаҡ ҡына. Өлөшөнә төшкән ғүмеркәйҙе ҡәҙерләп, үткән йылдар йомғағына күҙ ташлағанда, башҡалар һоҡланырлыҡ баһа алырҙай йәшәүгә өлгәшкән күркәм шәхестәр арабыҙҙа байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — Гөлнур Ибәтуллина.

Ул үҙ яҙмышын бөйөк һәм абруйлы уҡытыусы һөнәренә бағышлаған. Ошо өлкәлә 40 йыл тырышып эшләгән.

Хеҙмәт юлын Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы, йүнәлтмә буйынса Балаҡатай районында башлай. Аҙаҡ тыуған яғына ҡайтып, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә эшен дауам итә. Ҡалабыҙҙағы М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәпте асыуҙа тәүгеләрҙән булып йөрөүселәрҙең береһе лә ул. Был белем усағында эшләгәндән һуң, Гөлнур Ибәтуллина 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында һыҙма, рәсем дәрестәрен уҡыта. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгәс, йылдар үткәне лә һиҙелмәй ҡалған.

1988 йылда Рәсәй Федера-цияһының Мәғариф һәм Фән министрлығы тарафынан Почет грамотаһы менән бүләкләнә, шулай уҡ башҡа Почет грамоталары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап оло абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветеранының.

Кешегә эшенә ҡарап баһа бирәбеҙ. Нисәмә быуын йәш-тәргә ҡанат ҡуйып, белем биреп, оло тормош юлына сығарған ул. ”Һөнәремде бик яратып башҡарҙым. Уҡытыусы өсөн иң мөһиме - балаларҙы яратыу, уларҙың артабанғы яҙмышы өсөн яуаплылыҡты һәр ваҡыт иҫтә тотоу, үҙеңә төбәлгән эскерһеҙ күҙҙәрҙең ышанысын аҡлау», - тип һөйләй Гөлнур апай.

Үҙенең ҡырҡ йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы бөгөн хаҡлы ялда. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен, яратҡан эшен һағынып иҫкә ала ул, уҡыусыларының яҡшы эштәре, уңыштары хаҡында ишетһә, ҡыуана.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нескә күңеле, тәүәккәллеге, ололарҙы хәстәрләү, кеселәрҙе ҡурсалау һәләте менән яҡындарының ихтирамын яулаған.

Районыбыҙҙа, ҡалала һәм республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендә билдәле булған Рафаэль Әхәт улы Ибәтуллин менән ике ул һәм бер ҡыҙға яҡты донъя бүләк итә. Әсә булараҡ та бик бәхетле Гөлнур ханым. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәй, тип өҙөлөп тора. Һәр бер ғәзизенең матур йәшәүенә ҡыуанып, уларҙың изгелеген-хөрмәтен тойоп бәхетле ғүмер кисерә ул.

Һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырмай, һаман да тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Гөл-сәскәләр ярата. Уларҙың ниндәй генә төрҙәрен үҫтермәй. Ҡул эшенә лә ифрат оҫта.

Хаҡлы ялда булһа ла, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә битараф түгел Гөлнур апай. Мәктәптәр ябылыу, башҡорт теле дәрестәре кәмеү менән ризалаша алмай. Ауылдарҙа белем усаҡтарын ябып ҡуйыу унда йәшәү уты, халыҡтың киләсәккә өмөтө һүнеүгә килтереүен аңлаған тәжрибәле педагог был хәл менән һис килешә алмай.

Ғүмер артылыштарын артыл-ғанда тырыш хеҙмәт юлы үтеп, үҙ һөнәренең абру-йын күтәргән уҡытыусы, балаларын ҡурсаларға һәр саҡ әҙер оло йөрәкле әсә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына киләсәктә лә имен көндәр насип итһен.

Читайте нас: