Все новости
Йәмғиәт
22 Ноября 2016, 01:09

«ЯҢҒЫҘҘАРҘЫ КҮРЕҮ...»

17 ноябрҙә «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонда 30 йәштән оло булған яңғыҙаҡтар өсөн кисә үтте.

17 ноябрҙә «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонда 30 йәштән оло булған яңғыҙаҡтар өсөн кисә үтте. Уны райондың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә Көйөргәҙе районының «Аҡъюл» яңғыҙҙар өсөн танышыу һәм ял итеү йәмәғәт клубы ойошторҙо. Сара яҡынлашып килгән Әсә көнөнә арналды.

Кисәгә Көйөргәҙе районы халҡынан тыш, Ейәнсура, Күгәрсен, Федоровка райондарынан Мәләүез ҡалаһы һәм районынан, күрше Ырымбур өлкәһенән барлығы 90-ға яҡын кеше йыйылды. Улар араһында төрлө милләт кешеләре бар ине. Килгәндәрҙең иң олоһона 83 йәш булһа, иң йәшенә 25 йәштәр тирәһе. Бында күңел асып, ял итергә килеүселәр ҙә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, ошонда үҙемә оҡшаған йәрҙе табырмын, тип килеүселәр ҙә бар ине. Шулай ҙа күңелде ҡырғаны: ир-егеттәрҙең аҙ булыуы. Ауылдарҙа өйләнмәгән йә айырылған ир-егеттәр тулып ята, әммә әлеге лә баяғы уларҙың ҡыбырламауы. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: сара, нигеҙҙә, Көйөргәҙе районы ауылдарында йәшәүсе яңғыҙаҡтарҙы ҡуҙғатырға йүнәлтелеп, ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына алдан уҡ һәр бер ауыл советынан 3-әр булһа ла кеше ебәреүҙәрен һорап, район хакимиәте исеменән хат ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең райондыҡылар кисәлә бик аҙ булды (25 тирәһе). Ермолаево, Айсыуаҡ, Мораптал, Таймаҫ, Иҫке Отрада, Аҡһары ауылдарынан ғына килгәндәр ине. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡшы башланғысты район хакимиәте, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты хуплап, күтәреп алды һәм һәр береһе үҙ яғынан ярҙам күрһәтте. «Йәшлек» район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә кисәгә килгәндәрҙең күңелен күтәреү, матур ял бүләк итеү өсөн тырышып эшләне. Йәмилә Рамаҙанова төрлө мауыҡтырғыс уйын-дары һәм дәртле йырҙары, Азамат Туйгилдин менән Мәрйәм Юлдыбае-ва моңло йырҙары, Рәсимә Ғайсина дәртле бейеүҙәре менән сараға йән өрҙө. Кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе һәм алып барыусылар Земфира һәм Айҙар Ишмөхәмәтовтар: «Беҙ бөгөн һеҙҙең ҡолоғоҙ», - тип ҡунаҡтарҙың күңелен асыу өсөн барыһын да эшләне.

«Аҡъюл» клубы ойошторған сараның районда икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ауыҙ тултырып байрам бик шәп үтте тип әйтергә була. Клуб етәксеһе Мөхәрәм Ислам улы Байгилдин кисәне асып, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Луиза Райманованың бик килергә теләп тә, килә алмауын, киләсәктә осрашыуына өмөтөн өҙмәгән ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе.

Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте бу-йынса урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова ла район халҡы өсөн мәртәбәле булған саранан ситтә ҡалманы. Ул байрамға йыйылыусыларҙың шул тиклем күп булыуҙарына ҡыуанысын йәшермәйенсә, артабан да шундай матур традицияның һаҡланып ҡалыуын ысын күңелдән теләне: «Һәр кем был донъяға үҙ пары менән тыуа. Бер кем дә яңғыҙ булырға тейеш түгел. Ошондай матур сарала һәр берегеҙ үҙенең яртыһын табып, танышып, парлашып, матур ғаилә ҡороп, бергә-бергә балалар үҫтереүен теләйем», - тине ул.

Район «Ағинәйҙәре» ойошмаһын етәкләүсе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева: «Аллаһы Тәғәлә лә яңғыҙлыҡты үҙ итмәй. Был донъяла бөтә тере йән эйәләре лә парлы. Бөгөнгө кисәлә үҙегеҙҙең иңегеҙҙе терәрлек парҙар табырһығыҙ, тип ышанам. Әгәр бөгөн бер нисә кеше булһа ла үҙ парын таба икән, тимәк, был сара, беҙҙең тырышлыҡ бушҡа булмаған. Был донъяла матур итеп йәшәүгә ни етә?! Ғүмерҙәр бит аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә. Алла бирһә, киләсәктә яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеп, гөрләтеп туйҙар үткәрергә лә яҙһын!», - тигән изге теләктәрен еткерҙе.

Көйөргәҙе районы баш-ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рә-йесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов та: «Ғаиләгә ҡағылған проблемаларҙы күп һөйләйҙәр. Балаларҙың етем ҡалыуы, буйҙаҡтарҙың күп булыуы барыбыҙҙы ла борсой. Бөгөнгө сара — был мәсьәләне әҙ генә булһа ла хәл итеп, яҡшы яҡҡа үҙгәртер, тигән өмөт бар. Ошо хәйерле байрамда 1-2 генә булһа ла пар барлыҡҡа килә икән, үҙе бер ҙур бәхет», - тигән теләктәрен әйтте.

Шулай ҙа был сараның маҡсаты яңғыҙ йөрәктәрҙе осраштырып-ҡауыштырыуға ғына ҡайтып ҡалмайынса, районыбыҙ халҡын ҡуҙғатыу, әҙ генә булһа ла үҙ проблемаларынан арындырыу, күңелдәрен күтәреп, йәшәүгә дәрт, көс өҫтәүҙән дә тора. Ошо маҡсатҡа ирешелгәндер, тип уйлайым, сөнки сараны үткәреүгә ентекле әҙерлек асыҡ күренеп тора. Бағыусылар ҙа табып, иң-иңдәрҙе бүләкләү өлөшөн дә хәстәрләп, ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйылған. Иң ҙур ярҙамды «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтов күрһәтте. Уның финанс ярҙамы (5 мең һум) менән гүзәл заттарға сәскәләр, төп приздар өсөн ҡиммәтле бүләктәр алынды. Шулай уҡ Яңы Мораптал ауылында көн итеүсе умартасы, һәр бер байрамда тиерлек халыҡтың моңло оҙон көйҙәрен башҡарыусы Тәлғәт Зәки улы Буранов та иң шәп бейеүселәргә бал һәм мунса миндектәре тотторҙо. Мораптал ауылының «Йәйғор» магазины хужаһы шәхси эшҡыуар Венера Тәлғәт ҡыҙы Бәширова ла ҡиммәтле бүләктәрен ебәргән. Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы эшҡыуары Баязит Ишмөхәмәт улы Илишев та бүләктәр менән ярҙам итте. Кисә һуңында «Яҡут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Рәжәп улы Юлбарисовтан Яҡут тоҙло күлендә бер тәүлек ял итеү өсөн ике кешелек 6 путевка бүләк ителде.


Мораптал ауыл советы хакимиәте һәм Мораптал ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы исеменән Зилә Симакатова йырҙарына ҡушып, ошо дәртле кисәне ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәттәрен белдерҙе: «Беҙ хәҙер яңғыҙаҡтар түгел, беҙ хәҙер күмәктәр», - тип ул «Аҡъюл» ойошмаһы етәксеһе Мөхәрәм Байгилдиндың башына таҡыя кейҙерҙе.

Күмертау ҡалаһынан 83 йәшлек Григорий Селищевҡа ла байрамдың иң оло ҡунағы булараҡ бүләк тәтене. «Аяҡтарым буйынса II төркөм инвалиды булыуыма ҡарамаҫтан, бейеү менән бәйле булған бер саранан да ҡалмаҫҡа тырышам. Ни өсөн беҙ бейейбеҙ. Бейегәндә кешенең 44 миллиондан ашыу рецепторҙары ҡатнаша. Шуның өсөн бейергә кәрәк», - тине ул.

«Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс, яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс. Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда, уларҙы һуң кемдәр яратыр?» тип йырланһа ла йырҙа, берәй ҡасан был проблема ла хәл ителер, һәр кеше үҙ тиңен, парын табыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ошо кисәлә генә 4 яңы парҙың барлыҡҡа килеүе лә күпте һөйләй.


Район буйынса яҡынса нисә яңғыҙ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың булыуын күҙаллап ҡарар өсөн ауыл советтарына шылтыратып, белешеп ҡарағайныҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре яуапты шунда уҡ әйтеп бирҙе, ҡайһылары һанарбыҙ, тине. Мәҫәлән, силсәүиттәр буйынса яҡынса Таймаҫта 12, Бахмутта 15, Илкәнәйҙә 49 яңғыҙаҡты иҫәпләнеләр.


Ике ҡоҙағый: Фәүзиә ӨМӨТБАЕВА, 60 йәш, Иҫке Отрада, Миңнур ҒИСМӘТУЛЛИНА, 62 йәш, Яңы Мораптал:

– Үҙебеҙгә тормош иптәше табыу маҡсаты менән түгел, рәхәтләнеп бейеп, уйнап-көлөп, моңло йырҙар тыңлап, тиңдәштәребеҙ менән күңел асырға тип килдек. Беренсе тапҡыр Яҡут тоҙло күле янында булған саҡта барғайныҡ. Әле икенсегә килдек. Кисә бик оҡшаны. Ойоштороусыларға рәхмәт әйтергә генә ҡала. Йәшерәктәр күберәк йөрөһөндәр ине ошоноң кеүек сараларға. Үҙҙәренә оҡшаған кешене үҙҙәре һайлап алырҙар ине. Кәләш йә кейәүҙе өйҙәренә берәү ҙә алып килеп бирмәҫ, моғайын. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, улар менән бергә-бергә гөрләшеп йәшәүгә ни етә инде?! Яңғыҙлыҡтан йонсоп ятмаһындар, әҙерәк ҡыбырлаһындар ине тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.


Миңлегөл ВАХИТОВА, 66 йәш, Мәләүез ҡалаһы:

– Кисә оҡшаны. Сәй менән өҫтәлдәр булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Бында төрлө йәштәге кешеләр йыйылған. 30 йәшлеге лә бар, 80 йәшлеге лә тигәндәй. Шуға күрә бейеү көйҙәре һайлағанда, барыһына оҡшаған йырҙар һайлаһындар ине тигән теләгемде лә әйтеп киткем килә. Уйындар матур булды, хатта, бүләктәр ҙә тапшырырға онотманылар.


Мөхәрәм БАЙГИЛДИН, «Аҡъюл» клубы етәксеһе:

– Клуб 20 августа ғына эшен башланы. Был яңы эште тәүҙә Күгәрсен районынан Риф Бикбаевтың «Аҡ ауаз» һәм Рәмил Ҡотлоғужиндың «Пора по парам», Әлшәй районынан Айгөл Тимерғәзиеваның «Ҡулда ҡулдар» кеүек димселәр клубтарының һүҙ һәм практик ярҙамы менән башлап ебәрҙек. Беҙҙең маҡсат: ошо клубтарҙың мәғлүмәт ярҙамы менән Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш башҡорттары һәм сиктәш ятҡан Ырымбур өлкәһе яңғыҙаҡтары менән бәйләнеште нығытыу. Бөгөнгө кисә Әсә көнөнә арналды. Форсаттан файҙаланып, Көйөргәҙе ра-йоны әсәйҙәрен байрам менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйем. Киләһе кисә 2017 йылдың февраль айында районыбыҙҙың яңғыҙ ир-аттарына арналасаҡ. Һабантуй мәлендә Яҡут тоҙло күле буйында сит ерҙәрҙә йәшәүсе яңғыҙаҡтар менән осрашыу буласаҡ. Көҙгәрәк ошо уҡ ерҙә «Сейәләр бешкән саҡта...» тигән программа аҫтында кисә үтәсәк. Күңелде ҡырған әйберҙәрҙе әйткәндә, райондың ауыл советтарында яңғыҙҙарҙың ялын ойоштороуға иғтибар тейешле күләмдә бирелмәй, индивидуаль эш алып барылмай. Ойошмалар ололарҙы ҡарттар көнөндә иҫкә алыу менән генә сикләнә. Уларҙың ялын ойоштороу ҙа кәрәк. Тағы ла кисәләрҙе финанс яҡтан ярҙамһыҙ үткәреп булмай. Клубтың төп спонсорҙарына әйләнгән «Ватан» хужалығы рәйесенә (Ғ. Ғ. Мөхәмәтов), «Йәйғор» магазинына (В.Т. Бәширова), Яҡут тоҙло күле йәмғиәте директорына (Р.Р. Юлбарисов) оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.


Фәрғәт МӘҠСҮТОВ, 65 йәш, Күмертау ҡалаһы:

– Кисә отлично. Бының кеүек сараларға дүртенсе мәртәбә килдем. Мәләүездә, Күмертауҙа, Мораҡта булдым. Иң оҡшағаны бында. Ныҡ яҡшы ойошторолған. Хатта, бына кисәнең Башҡортостан Республикаһы Гимны менән башланып китеүенә тиклем уйланылған. Бының кеүек сарала хакимиәт башлығы урынбаҫарының үҙе ҡатнашыуы, ҡоролтай һәм «Ағинәйҙәр» етәкселәренең дә йән атып тороуҙары бик тә ҡыуаныслы, кисәгә мәртәбә өҫтәне. Ҡыҙыҡлы уйындар яҡшы ойошторолған. Шулай уҡ төрлө күрше-тирә райондарҙан килеүҙәре, төрлө халыҡ вәкилдәренең дә булыуы өсөн шатланам. Тик ниңәлер Яҡшымбәт яҡтарынан, Яманһары, Яманғол, Илкәнәй һәм башҡа ауыл кешеләре күренмәй. Көйөргәҙе районында ла, Күмертауҙа ла буйҙаҡтар, шулай уҡ тарҡалған ғаиләләр байтаҡ ҡына. Ошондай саралар уларға үҙ йәрҙәрен табырға ҙур ярҙам итер, тип уйлайым. Шулай уҡ бындай кисәләрҙән халыҡ донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңелдәренә ял алып ҡайтып китә.
Читайте нас: