Все новости
Йәмғиәт
23 Ноября 2016, 01:29

ЕКАТЕРИНБУРГҠА ЛА ЯҠЫНЛАШАБЫҘ

Яңыраҡ интернет селтәрендә Екатеринбургта ВИЧ буйынса рәсми рәүештә эпидемия иғлан ителгән, тип ҡотто алғайнылар.

Яңыраҡ интернет селтәрендә Екатеринбургта ВИЧ буйынса рәсми рәүештә эпидемия иғлан ителгән, тип ҡотто алғайнылар. Мәғлүмәттәр буйынса унда йәшәүсе һәр бер 50-се кеше сирле икән. Гәзитебеҙҙә даими рәүештә яҡтыртып барған мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, беҙҙең Күмертау ҡалаһы менән Көйөргәҙе районы ла ВИЧ-инфекция сире буйынса район ҡалалары һәм райондары араһында алдынғылар рәтендә. Әгәр артабан да шундай темп менән барһаҡ, беҙгә Екатеринбургҡа етергә лә күп ҡалмаҫ, моғайын.

Күмертау ҡалаһы СПИД-үҙәгенең баш врачы Лидия Живодерова билдәләүенсә, 2016 йылда ғына ҡалала 53 яңы осраҡ теркәлгән. Уларҙың 13-ө ҡан тамыры аша, 40-ы енси юл менән йоҡторған. Был һан инде енси юл менән сирҙе йоҡтороуҙың 3 тапҡырға артыуын күрһәтә. Диспансер иҫәптә 455 кеше тора, уларҙың 4-һе балалар (1-һе үлгән). Ҡала дауаханаһында 2016 йылда 56 ВИЧ-инфекциялы дауаланған. 2012 йылдан алып Күмертау ВИЧ үҙәге буйынса 259 кеше ошо афәт арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан.

Ермолаево район дауаханаһы-ның врач-инфекционисы Елена Иванованың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда быйылғы йылда ғына 7 кешенең сир йоҡтороуы, 3 кешенең үлеүе, сирле әсәнән 3 бала тыуыуы, 83 кешенең диспансер иҫәптә тороуы билдәле. ВИЧ диагнозы ҡуйылған әсәнән 24 бала донъяға килгән. Аллаға шөкөр тиәйек микән, был балаларҙың барыһы ла һау тип иҫәпләнә. Әлеге көндә үҙҙәренең сирле икәнен дә белмәйенсә, ауырыуҙы башҡаларға таратып йөрөүсе 3 ВИЧ-инфекциялы сығанаҡ асыҡланмаған. Нигеҙҙә, улар районда иҫәптә тороп, башҡа ерҙәрҙә йәшәүселәр йәки алкоголизм менән сирләүсе һәм табиптар тикшереүенән ҡасып йөрөүселәр.

Читайте нас: