Все новости
Йәмғиәт
23 Ноября 2016, 01:33

ФАЙҘАЛЫ ЛА, ҠУРҠЫНЫС ТА

Һуңғы йылдарҙа йорт эсендә газ ҡоролмалары файҙаланыуға бәйле авариялар һәм фажиғәле хәлдәрҙең һаны арта.

Һуңғы йылдарҙа йорт эсендә газ ҡоролмалары файҙаланыуға бәйле авариялар һәм фажиғәле хәлдәрҙең һаны арта. Шуға бәйле районда ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Ноябрь башына ҡарата районда күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең 4 мең 353 газ плитаһы, 2 мең 657 газ ҡаҙанлығы, 277 һыу йылытыу һәм 647 газ горелкаһы ҡоролмаларының заводтың техник паспортына ярашлы файҙаланыу ваҡыты үткән. Кәңәшмәлә шундай факттар килтерелде. Районда 9 меңдән ашыу йорт барлығын иҫәпкә алһаҡ, был һандар уйландырырлыҡ. Иҫкергән газ ҡоролмаларының барыһы ла ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Торлаҡ йорттарҙа газ ҡулланыусылар үҙенең, ғаиләһенең именлеген һаҡлаһын ине. Яңыраҡ Рязань ҡалаһында күп фатирлы йортта газ шартлауын онотмайыҡ.
Читайте нас: