Все новости
Йәмғиәт
24 Ноября 2016, 14:05

«ГЕЛ ЙЫЛМАЙЫП ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ»

Районыбыҙ райпоһында йәмғиәтебеҙҙең иҡтисадын нығытыуҙа, тауар әйләнешен даими рәүештә һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн оҙаҡ йылдар тырышлыҡ һалған һатыусылар байтаҡ.

Районыбыҙ райпоһында йәмғиәтебеҙҙең иҡтисадын нығытыуҙа, тауар әйләнешен даими рәүештә һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн оҙаҡ йылдар тырышлыҡ һалған һатыусылар байтаҡ.

Көйөргәҙе, Урта Бабалар һәм Үрге Бабалар ауылдарында йәшәгән халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин иткән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәниә Һибәт ҡыҙы Искәндәрова 38 йыл инде һатыусы булып эшләй. Үҙ эшенә яуаплы, кешеләргә хөрмәт менән ҡарауҙың мөһим икәнлеген аңлап, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Хәҙерге һатып алыусы талапсан, уларға холҡоңдоң тик яҡшы яҡтарын ғына күрһәтергә кәрәк. Ваҡыт алып бер кеше менән оҙаҡ һөйләшеп, сират йыйырға ярамай. Ябай ауыл халҡының ниндәй уйҙар менән йәшәүе, ҡайғыһы, шатлығы — барыһы ла ошо бәләкәй сауҙа нөктәһендә сағыла. Хәҙер һатып алыусылар үҙебеҙҙең районда бешерелгән икмәк менән ит ризыҡтарына, таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.

Ҡотлоюл ауылынан Рәйлә Сәлимгәрәева, Яҡшымбәттән Мәзүнә Сәлтәшева, Минзәлә Аҡһарова, Яҙлауҙан Минзәлә Рахманғолова, Түбәнге Бабаларҙан Айбикә Хәлитова – «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәтенең әүҙем эшләгән һатыусылары. Әлеге телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм уларҙың коллегаларына, эшләгән эшегеҙгә тейешле баһа бирелһен, беҙҙе, һатып алыусыларҙы, гел йылмайып ҡаршы алығыҙ, тигән теләктәмен.

Читайте нас: