Все новости
Йәмғиәт
24 Ноября 2016, 02:07

ТИҘҘӘН ЙӘМЛӘНЕР

Ошо көндәрҙә Күмертауҙың Дзержинский урамындағы 3-сө һанлы йортта урынлашҡан Һаңғырауҙар йәмғиәте бүлмәһендә ремонт эштәре башланды.

Ошо көндәрҙә Күмертауҙың Дзержинский урамындағы 3-сө һанлы йортта урынлашҡан Һаңғырауҙар йәмғиәте бүлмәһендә ремонт эштәре башланды.

Йәмғиәттең рәйесе Рәлиә Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтова белдереүенсә, ул 3 йыл рәттән Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Владимирович Беляев исеменә ремонт һорап хат яҙа. Әммә хаттар уның үҙенә үк барып етмәгәнме, проблема ошоғаса хәл ителмәйенсә килгән. Һуңғы хатты ҡала башлығының ҡулына уҡ тотторорға тура килә Рәлиә Ҡәҙим ҡыҙына. Күп тә үтмәй, ағымдағы йылдың октябренең һуңғы көнөндә Борис Владимирович урынбаҫарҙары һәм бер нисә белгес менән йәмғиәт урынлашҡан бүлмәне килеп ҡарай һәм ошо арала ремонт эштәрен башларға тигән ҡарар ҡабул итә. Ремонттан тыш бындағы таушалып бөткән алам-һолам ғына боронғо шкафтар, ултырғыс, өҫтәлдәрҙе лә яңыларына алыштырасаҡтарын белдерә ҡала башлығы. «Беҙҙең ойошма 1956 йылдан алып эшләп килә. Мин үҙем 1967 йылдан алып эшләйем. Тәүҙә сурдотәржемәсе, һуңынан 30 йыл йәмғиәттең рәйесе булдым. Халыҡты социаль яҡлау бүлегендә 83 насар ишетеүсе иҫәптә тора. Уларҙың 75-е – беҙҙең йәмғиәттең әүҙем ағзалары. Инде бына 15 йыл тирәһе һәр шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә ошо бүлмәгә йыйылып, алдағы аҙнаға план төҙөйбөҙ. Бында беҙ кемде ҡасан дауаханаға йә полицияға, судҡа йә нотариусҡа оҙатып барырға кәрәклеге хаҡында кәңәшләшеп, планлаштырып ҡуябыҙ. Бөтә булған байрамдарҙы ла йәмғиәтебеҙ ағзалары менән ошо бәләкәй генә бүлмәбеҙҙә ҡаршы алабыҙ. Райондан да ҡунаҡтар саҡырабыҙ. Шулай уҡ бында йыйылып, бер-беребеҙ менән рәхәтләнеп аралашыу, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дә кәрәк беҙҙең ойошма. Шуға күрә йәмғиәтебеҙ бүлмәһенең һәр ваҡыт яҡты, матур, зауыҡлы һәм бөхтә булыуын теләйбеҙ. Бәләкәй генә шатлыҡтарыбыҙҙы ла ҙур итеп ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ улар менән бергә. Әле яңыраҡ Мария Тагаева фатир алды. Күмәкләшеп барып күсерештек», - тигән ҡыуаныс менән һуғарылған хәбәрҙәрен ихлас бүлеште 49 йыл буйына ҡалала көн итеүсе һаңғырау граждандарҙың яҡлаусыһы ла, һаҡлаусыһы ла булған Рәлиә Әхмәтова.

Читайте нас: