Все новости
Йәмғиәт
25 Ноября 2016, 01:53

АҠСА АЯҠ АҪТЫНДА

Оло юл буйында урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә үҙ-ҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте ситкә сыҡмайынса ғына һатыу мѳмкинлеге бар.

Оло юл буйында урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә үҙ-ҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте ситкә сыҡмайынса ғына һатыу мѳмкинлеге бар. Район, ҡала биләмәләре аша үтеүсе Ѳфѳ-Ырымбур трассаһы ошо уңайлыҡты булдыра. Иҫке Отрадала йәшәүселәр күп йылдар инде уны оҫта файҙалана: ауылдары аша үткән күп һанлы юлаусыларға, пассажирҙарға үҙҙәре етештергән һѳт аҙыҡтарын да, картуфын да, йәшелсә-емешен дә, балын да, дарыу үләндәрен дә, бәшмәген дә, тѳрлѳ ҡайнатмаларын да, башҡа ризыҡтарҙы ла тәҡдим итәләр. Иҫке Отрада сауҙагәрҙәре һатыу нѳктәләренә кешеләрҙе йәлеп итеү ѳсѳн тѳрлѳ йәнлектәрҙең, хайуандарҙың һындарын урынлаштыра, һүрәттәрен ҡуя, саҡырыу лозунгылары элә, клиенттарҙы матур итеп хеҙмәтләндерергә тырыша. Сауҙа урындарынан күптәр нимәлер алып китә, сѳнки һатып алыу мәшәҡәтһеҙ, юл ыңғайы башҡарыла, баҙарға барырға ла кәрәкмәй. Күптәр йылына 200-300 мең һумға тиклем аҡса эшләй, ә был бер айға уртаса 25 мең һум тигән һүҙ. Яҡшы һатылғас, күптәр иртә ѳлгѳрә торған картуфтан ике тапҡыр уңыш ала. Әммә ни ѳсѳндѳр райондың башҡа ауылдары халҡы ошо уңайлыҡтан файҙаланмай. Был мѳһим мәсьәләне хәл итеүҙә урындағы ауыл хакимиәттәре ҡатнашһа, яҡшы булыр ине.


Читайте нас: