Все новости
Йәмғиәт
25 Ноября 2016, 01:48

«МИЛЛИ РУХ ТӘРБИӘЛӘЙҺЕГЕҘ»

Марсель Илдар улы БАЙДӘҮЛӘТОВ, Башҡортостан башлығы матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығының баш консультанты.

Марсель Илдар улы БАЙДӘҮЛӘТОВ, Башҡортостан башлығы матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығының баш консультанты:

– Баш ҡалала йәшәһәм дә, үҙем тыуып үҫкән Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районындағы бөтә яңылыҡтарҙы белеп барам. Бының өсөн «Юшатыр»ҙы уҡыу ҙа етә. Гәзиттә төрлө өлкәләге яңылыҡтар, уйландырырлыҡ фәһемле мәҡәләләр баҫыла. Хәбәрселәрҙең төрлө проблемаларҙы күтәргән ҡыйыу яҙмалары йыш осрай. Үҙем 3-сө БРГИ-ла белем алғас, шундағы уҡыусыларҙың гәзиттә донъя күргән мәҡәләләре, шиғырҙары ҡыуандыра. Башҡорт гәзите булмаһа, ҡайҙа яҙышырҙар ине? Һеҙ милли рух тәрбиәләйһегеҙ. «Юшатыр»ҙа ҡанаттарын нығытҡан «ҡошсоҡтар» киләсәктә лә ижад донъяһынан айырылмаҫ, бәлки, күренекле кешеләр булып китерҙәр. Хәбәрселәргә әйтер теләгем: халыҡтың көнитмеше хаҡында яҙғанда ауылдарҙың тарихы, ер-һыу атамалары хаҡында ла мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.

Юлай Камил улы ӘМӘКӘСОВ, Өфө ҡалаһының 59-сы мәктәп-интернат директоры:


– «Юшатыр» - иң объектив гәзиттәрҙең береһе. Хәҙерге ваҡытта һирәк осрай торған күренеш. Халыҡ ҡыҙыҡһынып уҡый, үҙе лә яҙыша. Төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап «Юшатыр»ға мөрәжәғәт итеүҙәре үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Хәбәрселәр мәҡәләләрҙә аныҡ факттар килтерә, үҙ фекерен гәзит уҡыусыға көсләп таҡмай, кешегә уйланырға урын ҡалдыра. Көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында яҙғанда гәзит уҡыусыларҙы фекер алышыуға саҡырыуҙары һәйбәт. Был да гәзитте уҡымлы, тәрән йөкмәткеле итеүгә булышлыҡ итәлер.

«Юшатыр»ҙарға артабан да шулай ҡәләмегеҙ үткер булһын, тип теләргә ҡала.

Читайте нас: